Һаҡланғанды һаҡлармын
22 Сентября 2021, 07:44

Тыныслыҡта уҡыйыҡ

Пермдәге, уға тиклем, Ҡазандағы хәлдәр ҡотто алды - ҡайҙа бара донъя, балаларҙы хәҙер бер ҡайҙа ла ебәрмәй, өйҙә генә бикләп тотайыҡмы? Улай булмай шул, бала йәмғиәткә өйрәнергә, шул ҙур ҡазанда ҡайнап йәшәргә тейеш.  

Тыныслыҡта уҡыйыҡТыныслыҡта уҡыйыҡ
Тыныслыҡта уҡыйыҡ

Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген уйлап, улар ул-былға әҙер булһын тип, бөгөн һәммә ерҙә ученьелар үткәрелде. Беҙгә лә шылтыраттылар: килегеҙ, күрегеҙ, БРГИ балалары өсөн борсолорға урын бармы-юҡмы.

Барҙыҡ. Барыһы ла бик белемле кеше, инструктор өйрәткәндәй барҙы. Сигнал булыуы менән, уҡыусылар ишектәрҙе, баррикадалар ҡороп, бикләне, үҙҙәре парта артына боҫто. Бер уҡытыусы ла, Пермдәге теге профессор һымаҡ, атыш барһа ла, дәресте дауам итмәне - был донъяла баланан ҡәҙерле тағы нимә бар? Тыныс күңел менән ҡайтып киттек- улай-былай хәл булһа (тфү-тфү), БРГИ гимназистары әҙер.

Шулай ҙа, был ученьены ысын тормошта ҡулланырға кәрәкмәһен ине. Бала мәктәпкә белем алам тип килә, ә пулянан ҡасырға түгел. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас