Все новости

Енле урын

Юлдағы фажиғәләр һанын, унда үлеүселәрҙе кәметергә тигән фарман булғайны - юл-транспорт фажиғәһендә вафат булыусылар 400-ҙән артмаҫҡа тейеш, план ошолайыраҡ ине. Фарман биреү менән генә барыһы ла үтәлһә икән- быйыл Башҡортостан юлдарындағы үлемдәр һаны план цифраһын уҙып китәсәк икәне көн кеүек асыҡ, йәрәхәт алғандар ҙа ныҡ күп. Камера ҡуйып та, башҡа төрлө алымдар менән дә аварияларға ҡаршы көрәшеп ҡарайҙар, уныһы әллә нимәгә һөҙөмтә бирмәй.

Енле урын
Енле урын

Беҙ район ЮХХДИ-һынан белештек, һәр районда үҙенең иң ҡурҡыныс тип һаналған юл участкалары була (әйтерһең, енле урын), Көйөргәҙелә иң хәүефле тип һаналған юлдар ҡайҙа?
- Яҡшымбәт -Ҡотлоюл юлы алама, Таймаҫтыҡын әйтәһе лә түгел, ҡот осҡос. Был участкаларҙан үткәндә ныҡ һаҡ булығыҙ. Мораптал трассаһындағы теге отбойниктармы? Әллә, уларҙы стандарҡа тап килә тинеләр. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: