

Кисә, бөтә шартына килтереп, Һуңғы ҡыңғырауҙы үткәрҙеләр, үҫеп еткән балаларҙы күреп, үҙенә ҡанаттар үҫте.
Һәм бына пожар кейемдәре биргәндәр. Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр янғындар бик йонсотто, хатта береһендә беҙгә лә булырға тура килгәйне, Ҡалтала, ярар, Киров хужалығы бар, ул булмаһа.... Күҙ алдында килтереүе лә ҡурҡыныс. Трактор, мискә менән бергә яңы кейем дә бик кәрәк, морапталдар, ҡыҫҡа итеп әйткәндә, ул-был хәлгә әҙер. Касафаттарһыҙ ғына үтһен ине йәйҙәребеҙ - яңы кейем яңы килеш, һөрөмгә буялмай, йыртылмай, төтөн еҫе һеңмәй һаҡланһын.