Все новости

Барыһына ла афарин

Бына ҡайҙа талап ителә тиҙлек, таҫыллыҡ, өлгөрлөк. Ябай ярыш ҡына түгел, бүләккә - ҡотҡарылған йорт, урман, хатта кеше ғүмере. 

Барыһына ла афарин
Барыһына ла афарин

Янғын командалары ярышы пожарниктарҙың тап ошо һыҙаттарын тикшерҙе бөгөн. Ауылдарҙан килгән ирҙәр, янғын һүндереү машиналары менән бергә, кем тиҙерәк, оҫтараҡ икәнен иҫбатларға тырышты. Һөҙөмтә былай: беренсе урын - Мораптал ауылы биләмәһендә. Улар был урынды әллә нисә йыл береһенә лә бирмәй килә икән дә! Икенсе урын -Керәүлеләрҙә. Өсөнсөһө - Бахмут биләмәһендә. Ҡалғандарға ла бирҙеләр грамота - ҡатнашҡандары өсөн. Ысынында, барыһына ла афарин, бөгөнгөләй тирләп-бешеүегеҙ бары тик ярыштарҙа ғына булһын, бәлә-ҡазаһыҙ йәшәргә яҙһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: