Все новости

Әбей иҫән, йорт - юҡ

Йәйҙең ямғырлы килеүе беҙҙе ут бәләһенән арындырҙы. Шулай ҙа көндәр ҡазаһыҙ үтмәй. 

Әбей иҫән, йорт - юҡ
Әбей иҫән, йорт - юҡ

18 июнь кисендә, 23 сәғәт 32 минутта, Бальза ауылынан хәбәр килә: йорт яна. Бальза - Ленин ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл, Бөгөлсәндә ирекле янғын һүндереүселәр бар, машиналары бар, тик улар был хәбәргә ыжлап та бирмәй, утты һүндерергә килмәйҙәр. Ярар әле, урындағы халыҡ әүҙем, ауыл башлығы Владимир Галактионов та ошонда йәшәй, тиҙ арала йорт эсендә булған 82 йәшлек әбейҙе һәм йәнә бер ғәрип кешене сығарып өлгөрәләр. Ҡотҡарыусылар саҡ ҡына һуңлаһа, эштәр харап булыр ине. Йорт янып бөтә. Сәбәптәре әлегә асыҡланмаған. Шулай уҡ Бөгөлсән янғын һүндереүселәренең ниңә улай бошмаҫ булыуы ла әлегә билдәһеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: