Все новости

Уйын ғына булып ҡалһын

Ермолаҽвола ящур сирҽнә ҡаршы команда- штаб уҡыуҙары бара, тип кенә яҙып ҡуйҙыҡ. 

Уйын ғына булып ҡалһын
Уйын ғына булып ҡалһын

 Был сираттағы ябай ваҡиғалыр тип, әһәмиәт бирмәй генә үтеп китеүегеҙ бар. Ысынында, киң ҡоласлы, мөһим сара ул. Татарстан, Силәбе, Ырымбурҙан килгәндәр ҡунаҡтар. Башҡортостандың 20 районы ҡатнаша. Уйын эш түгел: бешмә сире (ящур)  - хәтәр ауырыу, берәй ауылда малдар сирләп киттеме - бөттө, барыһын да юҡ итергә, карантин иғлан итергә кәрәк. 

Тәүҙә хакимиәт ихатаһында күргәҙмә һымаҡ нәмә ойошторолдо, аҙаҡ залға үттеләр, Өфөнән Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин да бында. Торараҡ, ҡапҡылап алғас, Яңы Отрада ауылына юл тотасаҡтар, был ауылда практик өлөш була - юрамал ғына, йәнәһе, Яңы Отраданы бешмә баҫҡан икән. 
Барыһы ла уйын булып ҡалып, был ҡурҡыныс сирҙең беҙҙең яҡтарҙа эҙе лә булмаһын ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: