Мунса иҫән

Кисә Ҡансыра ауылы яғында күккә ашҡан төтөндө күргәс, ҡоттар алынды: әллә мунсалар яна инде?  

Мунса иҫәнМунса иҫән
Мунса иҫән
Кемдер, сама белмәй, ҡыҙыуыраҡ яҡҡанмы икән? Был мунсалар  - күп кешенең ял итә торған урыны, аҡса бирҙең дә, рәхәтлән. Бәхеткә, мунсалар имен, ут унда уҡ барып етмәгән. Ә бына янындағы туғай, баҫыу буйҙарында үҫкән үләндәр янған. Был ваҡиға кисә үк булһа ла, утты һүндерһәләр ҙә, һаман булһа төтәп ятҡан урындары бар. Янғындың уртаһында тиерлек кемдеңдер умарталығы, етмәһә, нисектер, улар ҙа имен ҡалған. Үлән бында ҡуйы, сабылмаған, ул дары кеүек, саҡ ҡына осҡон булдымы - етте, яна ла китә. 
Йәй үтеп бара, уны имен-аман ғына тамамларға ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас