Егеттәр менән таң ҡаршылау

Юлдарҙағы фажиғәләр бигерәк күп, көн дә береһенән-береһе ҡурҡыныс булған хәбәрҙәрҙе ишетеп, сәстәр үрә тора. 

Егеттәр менән таң ҡаршылауЕгеттәр менән таң ҡаршылау
Егеттәр менән таң ҡаршылау

Водителдәрҙең үҙҙәренең айыҡ аҡыллы, тәртипле булыуы мотлаҡ, әммә был һәр саҡ улай булмай, шуның өсөн дә юлдарҙа ЮХХДИ хеҙмәтҡәрҙәре һаҡта тора.
Бөгөн беҙ ошондай ал да, ял да белмәҫ егеттәр янына барҙыҡ. Бергә поста торорға. Күмертау, бәләкәй генә ҡала булһа ла, машиналары күп, бигерәк тә иртәле-кисле урамдарҙан үткеһеҙ була торған, кеше эштән ҡайта, китә. Шуға ла беҙ ҙә таң менән сыҡтыҡ, КүмАПП юлына, градообразующий тип аталған завод булғас, билдәле, был яҡҡа машиналар күп ағыла.
Кудашев Вадим, Әлимбәков Илфат - тәжрибәле инспекторҙар, автомбилгә бер ҡарауҙары була, шунда уҡ руль артында кем китеп барғанын тоя белә торған егеттәр.
- Иң күп тәртип боҙоусылар - тәҙрәһенә тонировка ҡуйған водителдәр, пленкаларын һыҙыртып, хәл бөтә, яҡты донъяға ҡарап бараһы урынға, былар ҡараңғыла китеп бара.
Беҙҙең менән торғанда бер водителде тап ошондай ҡағиҙә боҙған өсөн (донъяға ҡараңғынан ҡараған) тоттолар. Штраф түлә, иптәш.
- Икенсе урында - балаларҙы ултырта торған ултырғыстары, креслолары булмауы. Әйтәһең, ҡолағына элмәй күптәр. Үҙҙәренең балаһы бит, нимә уйлайҙарҙыр. Тағы ла бер бәлә: праваһын алдырғандар һаман булһа машинала ҡыуа. Ундайҙар күп эләгә, праваңдан ҡолаҡ ҡаҡҡанһың икән, рәхим ит, йәйәү тәпәйлә.
Түләнмәгән штрафтарҙы ла, ошолай юлда, асыҡлайбыҙ. Айырым иғтибар: автобустарға. Пассажирҙарҙы ташыған автобустар ҡағиҙәне күп боҙа. Руль артында телефондан һөйләшеп китеп барғандарға ла күҙҙәр осло, тана һөтө менән кермәгәнде керетергә тырышҡан баш.
Байтаҡ ҡына ваҡыт инспекторҙарҙың эшен күҙәтеп торғас (эштәре бигерәк ауыр икән), китеп барҙыҡ.
Түҙемлек һеҙгә, егеттәр, барыбыҙҙың да юлдары имен булһын, тыуған йортта көткәндәр һәр саҡ барыбыҙҙы ла көтөп алһын, таңдарыбыҙҙы гел ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас