Йома көн - бик ҡыҙыҡ көн, инспекторҙарҙың бар иғтибары юлда, бигерәк тә, эскән водителдәргә, машинала балаларын махсус ултырғысһыҙ йөрөткән ата-әсәләргә, правалары булмаған көйөнсә мотоциклдарҙа елдергән малай-шалайға айырыуса иғтибар итәләр.
- Кисә генә төн уртаһында йәш ханымды эләктерҙек, эскән килеш китеп бара - көн дә тиерлек эләгеп торалар, иҫкәртеп торабыҙ, юҡ, аңламағас аңламайҙар. Праваһын алдыҡ, автомобиль штрафтуҡталышта. Яңы ғына Күмертауҙа Авиация байрамы булды, ул көнө бик "уңышлы" ине, әллә нисә иҫерек водитель ҡулға тотолдо.
Ошолай тип әсенеп һөйләп кенә тора ине Илфат Әлимбәков, ГАИ инспекторы, иптәше, Рөстәм Хөснийәров, бер автомобилде туҡтатты. ГИБДД-ның күңеле һиҙгер әллә, праваһыҙ көйө китеп бара.
Ҡала бәләкәй, һәр береһе бер-береһен белеп бөткән, хатта әлеге ГИБДД егеттәрен дә белмәгән кеше юҡ, шулай ҙа ҡағиҙә боҙоуҙар бөтмәй. Шуныһы: таныш-тонош тип, береһенә лә һылтанма юҡ.
Бер нисә көн элек кенә Ҡансыра ауылынан 15 йәшлек малайҙы тоттоҡ. Права тигәнде ғүмерҙә тотоп та ҡарамаған, ә елдереп ултыра. Үҙе тураһында уйламаһа, ата-әсәһе тураһында уйлаһын ине. Кәңәш-төңәш иттек, әрләнек, мотоциклын алдыҡ.
Бер сәғәттән ашыу ваҡыт торҙоҡ, баш ауыртып китте. ГИБДД-ның эшен күпкә яҡшыраҡ аңлағандай булдыҡ. Түҙемлек һеҙгә, егеттәр!