Игорь Ворошилов та кисә кис арманһыҙ булып ҡайтып йығылды, Керәүлелә яңы мәктәп астылар, әллә күпме абруйлы ҡунаҡтар килде, барыһы ла тиерлек уның өҫтөндә (мәктәп - мәғарифтыҡы тип кенә ҡул һелтәп ҡуйып булмай, бөтөн ауыл, тимәк, Керәүлегә нимә ҡарай, барыһы ла уныҡы).
Ҙур ваҡиғаны үткәреп ебәрҙе лә, башҡаһына тотонодо, хәйер, башҡаһы һин мәктәп асып йөрөгәнсе барыбер көтөп тормай, параллель рәүештә алып барырға кәрәк.
Бөгөн иртәндән Игорь Леонид улы яланда, ер һөрөп йөрөй. Кузнецовка утары тирәһен. Тракторға үҙе ултырмаһа ла, ҡарап торорға кәрәк, эш еренә етһен, ут эргәгә килергә лә ҡурҡһын. Янғын - ауыл башлыҡтарының иң ҡурҡҡан стихияһы, көн дә ҡайҙалыр нимәлер яна, ошоңарсы Керәүлене фәрештәләр һаҡланы, эҫе, ҡоро миҙгел үтеп киткәнсе лә барыһы ла һәйбәт булһын ине.