Һаҡланғанды һаҡлармын
7 Сентябрь 2022, 04:14

Ғүмер бер генә

Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе сәбәпле, бөтөн юлдағыларҙы үтә ныҡ һаҡ булырға саҡырам. 

Ғүмер бер генәҒүмер бер генә
Ғүмер бер генә
Ямғыр йәки томан мәлендә транспортта хәрәкәт иткән водителдәргә, хәүеф янамағанына ышанмайынса, үҙ юлығыҙҙан ҡапыл башҡа, күрше, йүнәлешкә күсмәҫкә, башҡа төрлө ҡурҡыныс маневрҙан ситләшергә кәрәк. 

Шулай уҡ машиналар араһындағы дистанция, интервалды һаҡларға кәрәк икәнен онотмағыҙ. 

Әлеге мин әйткән һаҡланыу ысулдары бары тик водителдәргә генә ҡағылмай, йәйәүлеләр ҙә үҙҙәренең һаулыҡтары, ғүмерҙәре (ә ул бер генә бирелә) тураһында һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Юл аша сыҡҡанда, юл сатынан китеп барғанда водителдәрҙең, көн торошо арҡаһында, һеҙҙе йүнләп күрмәүе, абайламауы бар. Өҫтөгөҙгә яҡтылыҡты кире ҡайтара торған (световозвращающие) элементтәр кейеүегеҙ һорала. 
Барығыҙға ла хәйерле юлдар! 
Полиция капитаны, Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш инспекторы Айнур РАХМАНҒОЛОВ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас