Ҡар яуамы, таш яуамы, поста булырға тейеш. Связистың эше кеше ғүмеренә бәйләнгән кеүек (һалдаттар ҡайҙа, нимә эшләй икәнен белергә һәйбәт бәйләнеш кәрәк), уның эше лә кеше һаулығы, ғүмеренә бәйләнгән. Ул һәйбәт башҡара икән эшен, тимәк...
Тимәк, беҙ ҙә юлдарҙа тәртипле йөрөйбөҙ. Айнур Рахманғолов. Бөгөн, һәр саҡтағыса, поста.
- Һауа торошо ҡапыл үҙгәрҙе, бындай ваҡытта айырыуса һаҡ йөрөргә кәрәк, әле, Аллаға шөкөр, ул-был алама хәл булғаны юҡ, - тип һөйөнөсөн белдерҙе беҙгә Айнур.
Юл сатында водителдәргә хәйерле юлдар теләп, ваҡ-төйәк хаталар өсөн шелтәләп кенә торорға яҙһын, инспектор.