Все новости

Юлдағы фажиғә

Аҫтағы материалға төҙәтмә. 

Юлдағы фажиғә
Юлдағы фажиғә
Кисә йәш кешене поезд бәрҙергән тигән хәбәр буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.
Баҡһаң, был аяныслы хәл Айсыуаҡ ауылы янында түгел, Яңы Уралка ауылы янында булған. Тимер юл буйлап 8 класс балаһы китеп барған (ул Ермолаево ауылы егете, өләсәһенә тип - Уралкағамы, Ольховкағамы - юлға сыҡҡандыр). Ҡолаҡта - наушниктар. Күңелле көйҙәр тыңлап барған малай артынан поезд килгәнен, әлбиттә, ишетмәй. Машинист ике минут самаһы сигнал бирә - файҙаһыҙ. Ахыры насар бөтә: малайҙы поезд бәрҙерә. Әле яралы уҡыусы дауаханала. Шөкөр, иҫән. Хәле ауыр тиҙәр, шулай ҙа беҙҙә өмөт ҙур - шәбәй, егет.  

https://youshatir.ru/articles/ishettege-me-le/2023-01-24/zhitelya-bashkirii-gospitalizirovali-posle-naezda-poezda-3116360

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: