Все новости

Юлдағы фажиғә

Кисә Көйөргәҙе районында бер баланы поезд бәрҙергән.

Юлдағы фажиғә
Юлдағы фажиғә

Был аяныслы хәл Яңы Уралка ауылы янында булған.

Тимер юл буйлап 8 класс балаһы китеп барған (ул Ермолаево ауылы егете, өләсәһенә тип, яҡындағы ауылдарға - Уралкағамы, Ольховкағамы - юлға сыҡҡандыр). Ҡолаҡта - наушниктар. Күңелле көйҙәр тыңлап барған малай артынан поезд килгәнен, әлбиттә, ишетмәй. Машинист ике минут самаһы сигнал бирә - файҙаһыҙ. Ахыры насар бөтә: малайҙы поезд бәрҙерә. Әле яралы уҡыусы дауаханала. Шөкөр, иҫән. Хәле ауыр тиҙәр, шулай ҙа беҙҙә өмөт ҙур - шәбәй, егет.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: