Уянып китһəм, карауат ысынында һелкенə ине. Сəғəт 4 тирəһе, тороп тиҙ генə свет яндырҙым люстрала тегелəй былай уйнай, яман ҡурҡтым.
Тышҡа сығып йүгермəнем, квартирала көттөм үткəнен. 20 минутҡа һуҙылды был хəл. Һуңынан, интернет селтəрен асып ебəрһəм, ҡот осҡос, беҙҙəн 300 км алыҫлыҡта ҡурҡыныс ер тетрəүе булған. Өйҙəр емерелгəн. Беҙҙең менəн бергə эшлəгəн төрөк егеттəренең күбеһе шул яҡтан ине. Улар ҡайтып киттелəр,- тине Кинйә-Абыҙ ауылы егете Ринат Биктимиров.
- Ҡапыл тертлəп уянып киттем, ул шкаф ауҙы, карауат шылды урынынан. Ныҡ һиҙелде беҙгə, ер тетрəү. Беҙҙəн йыраҡ түгел Адана ҡалаһында өйҙəр емерелгəн ине. Егеттəр менəн тейəнешеп сығып киттек ярҙамға. Үҙ күҙем менəн барып күрҙем, кешелəрҙе сығарышырға ла ярҙам иттем. Ер гонаһ ҡылыусылар күп булғанлыҡтан ҡалтырай, Аллаһы Тəғəлəнəн ҡурҡып тетрəнə ул, Раббым миңə ҡараһын, мине күрһен ти...
Төрҡиәлә булған яҡташ егеттәрҙең тарихтары йома көнө гәзиттә тулы вариантта баҫылды.