Иң ҡурҡынысы - юлдарҙа йөрөү. Ҡәҙерле водителдәр! Барығыҙҙы ла кәрәк-кәрәкмәгәнгә юлға сыҡмаҫҡа, руль артына ултырмаҫҡа саҡырам. Әгәр ҙә сығыр булһағыҙ ҙа, машина араһындағы араны тоторға, тирә-йүнде күҙҙән ысҡындырмай, айырыуса һаҡ булырға, автомобилде ныҡ ҡыумаҫҡа өндәйем.
Юлда китеп барған йәйәүлеләргә ҡарата ла (бындай мәлдә улар ҡапыл ғына күҙгә салынмауы ла бар) үтә һаҡсыл, иғтибарлы булығыҙ.
Үҙегеҙҙе лә, бүтәндәрҙе лә һаҡлағыҙ.
Айнур РАХМАНҒОЛОВ, Көйөргәҙе районы ЮХХДИ баш инспекторы, полиция капитаны.