Туберкулез бик ҡурҡыныс һәм бик зарарлы инфекцион ауырыу булып тора. Уны таратыусы булып күҙгә күренмәгән туберкулез таяҡсыҡтары һанала. Күбеһенсә был ауырыу менән тормош шарттары насар булған кешеләр зарарлана: эскеселәр, «ас-яланғас» йөрөгәндәр, төрмәлә ултырып сыҡҡандар, БОМЖ-дар, ВИЧ менән зарарлылар, эшһеҙҙәр йәки ситтә йөрөп эшләүселәр, сөнки унда уларҙы яҡшы йәшәү шарттары көтмәй.
Туберкулездың 85 проценты үпкәлә, 15 проценты башка органдарҙа осрай. Үпкә туберкулезы ныҡ таралыусы. Ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә тирә-яғындағы туберкулез таяҡсылары менән зарарлай. Улар һау кешенең үпкәһенә ултыра, тарала. Үпкә тарҡала һәм шул урындарҙа төрлө ҙурлыҡтағы ҡыуышсыҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Был кеше яйлап йүткерә башлай һәм туберкулез ауырыуы менән зарарланған була.
Туберкулез менән яҡты донъянан китеүселәр һаны, инфекцион ауырыуҙар араһында, йыл һайын был сирҙән беренсе-икенсе урындарҙа килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса йыл һайын доньяла 10 млн кеше ауырый,1,5 млн кеше вафат була. Туберкулезға ҡаршы көрәштә һәр кеше үҙ өлөшөн индерә ала. Бала тыуғас та беренселәрҙән булып вакцина һалына. Артабан туберкулезға ҡаршы имунитетты тикшереү өсөн йыл һайын балаларға манту, 8 йәштән диаскинтест эшләнелһә, 15 йәш тулғандарға һәм унан өлкәндәргә йылына бер тапҡыр флюорографик тикшеренеүҙе үтеү мотлаҡ. Тағын да тикшеренеүҙәрҙән башҡа һәр кешегә сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ рациональ туҡланыу, хеҙмәт һәм ял режимын үтәүе туберкулез ауырыуына көслө ҡаршылыҡ булып тора.
Ғазинур ФӘЙРУШИН, Күмертау ҡалаһының туберкулезға ҡаршы диспансерының табип-фтизиатры