Все новости

Һаҡ булығыҙ

Ошо һүҙҙәрҙе һуңғы ваҡғытта бигерәк йыш ҡабатлайбыҙ.

Һаҡ булығыҙ
Һаҡ булығыҙ

Сөнки көн һайын әле бында авария, әле тегендә янғын хәбәрҙәре ишетелеп кенә тора. Ҡайһы берҙә был фажиғәләр бигерәк аяныслы һөҙөмтәгә килтерә, кеше ғүмерҙәре өҙөлә.
Быларҙан тыш һуңғы арала мутлашыусылар һәм уларҙың селтәренә эләгеүселәр һаны көндән-көн арта. Нисек кенә киҫәтеп торһалар ҙа, әллә мутлашыусылар заман менән бергә атлай, әләл халыҡ үтә ябай, юҡ барға ышанып барыусан, алданыусылар һаны кәмемәй.
Әле ошоға бәйле район хакимиәте башлығы, барыһын да хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса комиссияға йыйҙы, комиссия онлайн бара. Бында һәр береһе үҙ өлкәһенә ҡағылышлы, үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Ултырыштың һөҙөмтәһе булырмы, быныһын ваҡыт күрһәтер.

Автор:
Читайте нас: