Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
27 Ноября 2018, 10:27

ШАЙТАН ҠОТОРТҠАНМЫ?

22 ноябрҙә еңел машинаһына Ырымбур номерҙары тағылған бер водитель, Күмертау кешеһе, тимер атында Аҡһары һыуһаҡлағысы яры буйлап ары-бире елдереп йөрөй. Торараҡ шайтан ҡотҡоһона бирелепме әллә ҡомарлығы артып китепме, был водитель, боҙ 10 сантиметр ҡалынлыҡта ғына булыуға ҡарамаҫтан, һыуһаҡлағыстың уртаһына тиклем барырға ҡыйыулыҡ итә.

Күп тә тормай боҙ шатырлаған тауышҡа балыҡсылар баштарын күтәреп ҡараһалар, һыу аҫтына китә башлаған еңел машинаны күрәләр. Водитель шул арала машина салонынан сығып өлгөрә. Балыҡсыларҙың береһе уның янына ярҙамға йүгереп килеп етә, водитель батып барған тимер атын «ҡотҡарырға» маташып ҡарай, тик уныһы, тыңламай, бер нисә минут эсендә һыу төбөнә китә.

Еңел машинаны тейешле техника ярҙамында күпме генә сығарырға тырышып ҡараһалар ҙа, булдыра алмайҙар. Бары тик икенсе көнөнә генә һыу өҫтөнә күтәрәләр уны. Водитель ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә, боҙ уйылып, машина һыу аҫтына киткәндә, мин руль артында түгел инем, тигән. Шуға күрә инспекция хеҙмәткәрҙәре уға протокол төҙөп тормған.
Читайте нас: