Тимер юлға бәйле фажиғәләр йыш булып тора, ҡыҙғанысҡа, беҙҙең районды ла урап үтмәй ул. Бер ваҡыт поезд автобусты бәргәйне, аҙағыраҡ машина эләкте - бында кеше ғүмере лә ҡыйылғайны, хәтерегеҙҙә булһа. Бына кисә йәнә бер фажиғә: Ермолаевоның Чапаев урамындағы тимер юлда поезд аҫтына 44 йәшлек ир эләккән. Әле ул реанимацияла ята. Нилектән килеп сыҡҡан был бәлә - әле барыһы ла асыҡлана.