Башҡортостанда һыуыҡтары һәм бурандары менән ысын ҡыш хөкөм һөрә. Урал төбәгендәге ҡыш өсөн улар – ғәҙәти күренеш.
Быға тиклем һауа торошоноң сағыштырмаса йылы тороуы арҡаһында күптәр ысын ҡыш мәшәҡәттәрен онотоп та ебәргәндер. Мәҫәлән, Өфөлә, күпләп ҡар яуа башлау менән ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде, коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһендәге эш режимына күсте.
Ҡыштың иң хәүефле йыл миҙгеле булыуы, тап ошо осорҙа иң күп күңелһеҙ осраҡтарҙың теркәлеүе бер кемгә лә сер түгел. Юл-транспорт ваҡиғалары ҡара көҙҙә – юл ҡатламы туңып, ә күпселек халыҡ машинаһының тәгәрмәсен алмаштырмаған осорҙа ғына күберәк булалыр, моғайын. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, быйылғы йылдың ғинуарында төбәгебеҙ юлдарында 41 кешенең ғүмере өҙөлгән, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һигеҙ осраҡҡа күберәк. Республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Алан Марзаев аңлатыуынса, кеше үлеменә бәйле аварияларҙың күпселек өлөшөнөң сәбәбе насар һауа шарттарына барып тоташа.
Көслө буранда водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә ҡағылған төп ҡағиҙәне бынан утыҙ йыл элек йәнһүрәттәге Матроскин ҡушаматлы бесәй уйлап тапҡан ине: «Бындай көндә беҙҙекеләр өйҙә ултыра һәм телевизор ҡарай». Бик тә булмаһа, автобус, троллейбуста йөрөп торорға, такси саҡыртырға мөмкин, уның хаҡы 50-100 һумдан артмай.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төрлө сәбәптәр арҡаһында йәмәғәт транспортында йөрөй алмаған, әммә мотлаҡ ҡайҙалыр барырға тейеш булған кешеләр өсөн ҡағиҙәләр теҙмәһе – көслө ҡар, буран мәлендә юлда үҙеңде тотоу, хәүефһеҙлек саралары күреү хаҡында ҡулайлама әҙерләне.
Водителдәргә
- Машина менән идара иткәндә бер ваҡытта ла телефондан һөйләшмәгеҙ, косметика сараһы менән булышмағыҙ.
- Һаҡ ҡына ҡуҙғалып китегеҙ, педалдәр менән мөмкин тиклем уйлап эш итегеҙ.
- Ашыҡмағыҙ! Барыр ергә барыбер барып етәсәкһегеҙ. Ҡарлы юлдағы күпселек авариялар водителдең ҡабаланыуы һәм шул сәбәпле яһаған хатаһы арҡаһында килеп сыға.
- Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, шул уҡ ваҡытта иғтибарлылыҡты ла юғалтмағыҙ. Бигерәк тә алда һәм артта барған водителдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Көтөлмәгән мәлдә кем дә булһа уйламаған аҙым яһауы ихтимал, шул осраҡта һеҙ етеҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алырға тейешһегеҙ.
- Алда барған машинаға ныҡ яҡынламағыҙ. Беренсенән, был ҡатмарлы һауа шарттарында былай ҙа көсөргәнешле барған водителгә оҡшамауы ихтимал. Икенсенән, үҙегеҙгә төрлө маневр яһау өсөн араны ҡыҫҡартаһығыҙ.
- Киҫкен хәрәкәттәр эшләмәгеҙ, тормозға ныҡ итеп ҡапыл баҫмағыҙ. Әгәр машинағыҙҙа блокировкаға ҡаршы тормоз системаһы (ABS) булмаһа, тәгәрмәстәрегеҙ ҡатып ҡаласаҡ һәм машина шыуа башлаясаҡ.
- Тормозға баҫҡан мәлдә рулде бормағыҙ: машина әйләнеүе ихтимал. Хәүефһеҙ туҡтау өсөн педалгә бер нисә тапҡыр баҫып, кире ысҡындырығыҙ. Һеҙҙең бурыс – ҡаушамау һәм уйламаған аҙым яһамау.
- Тормоздың нисек эшләүен даими тикшереп тороғоҙ. Механизм еүешләнһә, уның һөҙөмтәлелеге кәмеүе ихтимал. Был осраҡта педалгә аҙ-аҙ ғына баҫып алырға кәрәк.
- Башҡа төрлө страховка алымдарын ҡулланығыҙ: етеҙ рәүештә юғары передачанан түбәненә күсеп, двигателдең яйлауына булышлыҡ итегеҙ.
- Әгәр башҡалар тиҙлекте кәметһә, һеҙ ҙә яйлағыҙ: алда берәй юл-транспорт ваҡиғаһы йәки йәйәүле булыуы ихтимал.
- Кәрәк булһа, туҡтап, тәҙрә быялаһын, «дворник»тарҙы, фараларҙы таҙартырға йыбанмағыҙ.
Йәйәүлеләргә
- Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡатмарлы һауа шарттарында водителдәргә автомобиль менән идара итеү еңел түгел, улар һеҙҙе күрмәүе, яңылыштан төкөүе ихтимал.
- Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ, тирә-йүнде ҡарағыҙ. Ҡапыл бер ниндәй ҙә хәрәкәт яһамағыҙ.
- Бер нисә машина һеҙҙе үткәреү өсөн туҡтаған осраҡта ла һаҡ булығыҙ: улар артынса килгән берәйһе шәп тиҙлек арҡаһында туҡтай алмауы ла ихтимал.
- Юл аша тик йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙан ғына сығығыҙ.
- Туҡталышта автобус көтөп торғанда, уның килгәнен күреү менән юлға сыҡмағыҙ.
- Ҡарлы-ямғырлы йонсоу көндәрҙә, шулай уҡ төндә алыҫтан күренерлек итеп кейенегеҙ. Әгәр сағыу кейемдә булмаһағыҙ, яҡтылыҡты кире сағылдырыусы билдә ҡулланығыҙ. Хаҡы ҡиммәт түгел, уның ҡарауы водителдәр һеҙҙе алыҫтан уҡ күрәсәк.
Әгәр авария ҡотолғоһоҙ икән, нимә эшләргә?
Был инструкция һеҙгә бер ҡасан да кәрәкмәҫ, тип ышанабыҙ. Әммә авария ҡотолғоһоҙ икән:
- Тура бәрелештән ҡасырға тырышығыҙ. Ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелешеүгә ҡарағанда, юлдан ситкә осоу яҡшыраҡ. Бик тә булмаһа, «маңлайға-маңлай» бәрелеште сыйып үтеү йәки машинаның бер яҡ ситен бәрҙертеүгә үҙгәртергә тырышығыҙ.
- Бәрелеш алдынан аяғығыҙ менән ныҡ итеп иҙәнгә таянығыҙ, башығыҙҙы алға эйеп, ҡулдар араһына йәшерегеҙ, ә ҡулдарығыҙ менән рулгә йәки алғы панелгә тотоноғоҙ. Артҡы урындағы пассажир башын ҡулдары менән ҡаплап, ҡырын ятырға тейеш. Әгәр эргәгеҙҙә бала ултырһа, уны ныҡ итеп тотоғоҙ һәм кәүҙәгеҙ менән ҡаплағыҙ. Был һеҙгә башығыҙҙы һаҡларға һәм ал яҡҡа осмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Автомобиль юлдары дүрт төргә бүленә:
- Федераль юлдар. Беҙгә ҡағылышлылары: М5 (Һамар-Силәбе), М7 (Өфө-Мәскәү) һәм Өфө-Ырымбур. Уларҙы төҙөк хәлдә тотоу һәм таҙартыу өсөн тулыһынса «Росавтодор» яуаплы.
- Республика юлдары. Мәҫәлән, «Өфө-Белорет-Учалы» йәки «Өфө-Яңауыл». Улар – республиканың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағында.
- Муниципаль юлдар. Ауыл һәм ҡасабалар араһындағы, ҡалалар һәм райондар биләмәһендәге трассалар. Уларҙың торошо өсөн урындағы хакимиәт яуап бирә.
- Шәхси юлдар. Әгәр берәй ҙур завод үҙенең цехтарына юл төҙөһә, ул уны үҙ көсө менән таҙартырға тейеш.
Республика Башлығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры, ҡала башлыҡтары һәр ҡар өйөмө өсөн яуап бирә алмай. Ул кемдең ҡарамағында – таҙартыу ҙа тап уның иңендә.