Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
17 Мая 2020, 19:00

Тажһыҙ булһа ла – вирус

Үткән быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килгән сир, иммун системаһы дефициты вирусы (ВИЧ) кешенең сәләмәтлеген ҡаҡшатыусы вирус, күп осраҡта СПИД-ҡа килтереүе ихтимал.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килгән сир, иммун системаһы дефициты вирусы (ВИЧ) кешенең сәләмәтлеген ҡаҡшатыусы вирус, күп осраҡта СПИД-ҡа килтереүе ихтимал. Шулай ҙа был сирҙең булыуын ваҡытында асыҡланғанда һәм тейешле заманса препараттар ҡулланып, дауаланыу терапияһын үткәндәр үҙ ғүмерен һаҡлай ала, яҡындарына зарарһыҙ була. Сир хәүефен кәметеү, инфекцияны иҫкәртеү маҡсатында төрлө халыҡ- ара саралар ҙа йыш үткәрелеп тора.
Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы 850 ауырыу теркәлгән. Иммунодефицит вирусы киң таралған Ағиҙел ҡалаһы беренселектә булһа (100 мең кешегә 54,8) - 8 осраҡ, унан килә Күмертауҙа (100 меңгә 40,9) - 26 осраҡ, Салауатта (100 мең кешегә 33,7) - 51 осраҡ, Стәрлетамаҡта (100 мең кешегә 22,3) - 62 осраҡ билдәләнгән.
Республикала яңы ауырыусылар һаны буйынса: Әбйәлил (100 меңгә 71,1 - 32 осраҡ), Стәрлебаш (100 меңгә 39,6 - 7 осраҡ), Благовещен (100 меңгә 36,7 - 18 осраҡ), Белорет (100 меңгә 35,9 - 36 осраҡ) райондары килһә, Көйөргәҙе лә (100 меңгә 35,4), ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан ҡалышмаған - 8 осраҡта асыҡланған.
Читайте нас: