Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
16 Июня 2020, 14:30

Һыу буйындағы фәжиғә

Һыу инеү сезоны асылды. Хәйер, уның асылғанын көтөп та тормай, Күмертау быуаһы буйҙары халыҡ менән шығырып тулды, ҡыҙыу ҡояш, саф һауа, йылы һыу, шашлыҡ - йәнде ял иттереү өсөн тағы нимә кәрәк? Башҡа бер ни кәрәкмәҫ тиер күптәр, тик ҡайһы берәүҙәр мотлаҡ араҡы кәрәк тиер, араҡыһыҙ байрам байрам буламы ни?..

Һыу инеү сезоны асылды. Хәйер, уның асылғанын көтөп та тормай, Күмертау быуаһы буйҙары халыҡ менән шығырып тулды, ҡыҙыу ҡояш, саф һауа, йылы һыу, шашлыҡ - йәнде ял иттереү өсөн тағы нимә кәрәк? Башҡа бер ни кәрәкмәҫ тиер күптәр, тик ҡайһы берәүҙәр мотлаҡ араҡы кәрәк тиер, араҡыһыҙ байрам байрам буламы ни? Спиртлы эсемлектәрҙең касафаты хаҡында күпме китаптар яҙылған, көн һайын нисәмә ғибрәтле һәм фажиғәле хәлдәр тураһында ишетәбеҙ, ҡыҙғаныс, араҡының яҙмышыңды ҡыра һуға алыуы тураһында онотабыҙ - минең менән бер ни булмаҫ, тип уйлайбыҙ ахры (Михаил Ефремов, ниндәй шәп артист, ә зәм-зәм һыуы ана ҡалайтып ташланы үҙен).
11 июнь көнөндә бер төркөм егеттәр Күмертауҙың иҫке быуаһында ял итә. Бер нисә сәғәт ултырып ташлайҙар, араларында 33 йәшлек, Күмертауҙа йәшәгән, тыумышы менән Тимербай ауылынан булған ир, ҡыҙмаса баштан һыуға төшә һәм бата ("Юшатыр"ға егет батты тип шунда уҡ яҙҙылар, водолаздар әле эҙләй тинеләр, беҙ ышанманыҡ, дөрөҫөн әйткәндә, яман хәбәргә туйылған, аңыбыҙ аламаны ҡабул иткеһе килмәй). Бер аҙҙан табалар егеттең кәүҙәһен. Беҙгә яҙған ҡыҙ алдамаған булдып сыҡты, ҡыҙғанысҡа. Йәш ирҙең ике сабыйы ҡалған, малай һәм ҡыҙ. Был осраҡта ниндәйҙер килешле әйтер һүҙҙе табыуы ауыр, кемделер ҡысҡырып әрләге, кемделер ҡыҫып, бергә илайһы, йыуатаһы килә...
Егеттең ауыр тупрағы еңел булһын, беҙ барлыҡ туғандарының, ҡатынының, бәләкәстәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
1. Таныш булмаған урында, күпер аҫтында, быуала йөҙмәгеҙ. Махсус йыһазландырылған, йәиһә электән һыу инеү өсөн һайланған урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин. Билдәһеҙ урында һыуға һикереү һәм сумыу ҡурҡыныс.
2. Һыуға ҡапыл төшөргә ярамай, тәүҙә аяҡ-ҡулдарығыҙҙы сылатып, яйлап ҡына сикәнес алырға кәрәк.
3. Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла ярамай.
4. Һыуҙа 20–30 минуттан ашыу булмағыҙ. Өшөүҙән тән тартыша башлауы мөмкин. Һыу һыуыҡ булғанда – айырыуса. Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ.
5. Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Иҫереү хәлендә һыуға инеү тураһында, хатта, һүҙ алып барылмай.
6. Яр буйында бәләкәс балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш.
7. Тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙгөстәрҙә йөҙгәндә бик һаҡ булығыҙ. Кинәт сыҡҡан ел йә йылға ағымы ярҙан алыҫҡа алып китеүе, йә булмаһа, тулҡындың уны әйләндереүе бар.
8. “Һыу инергә ярамай!” тигән билдә ҡуйылған урында һыу инеү ҡәтғи рәүештә тыйыла.
9. Ҡомда ҡыҙынғанда, эҫе үтмәһен өсөн баш кейеме кейергә онотмағыҙ.
Читайте нас: