Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре менән берлектә беҙ биш кәрәкле «йәйге» әйберҙе тупланыҡ. Улар һеҙҙең тормошоғоҙҙо уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итер.
Сифатлы электр ҡорамалдары
Яҡшы тауар мотлаҡ ҡиммәтле тигән һүҙ түгел. Сифатлы көнкүреш техникаһын хәҙер һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә, уға әллә ни ҙур аҡса кәрәкмәй. Көнкүреш техникаһы магазиндарында өс-дүрт мең һумға ышаныслы һәм хәүефһеҙ йылытҡыс һатып алырға мөмкин. Йәйге осорҙа уларға яҡшы ташламалар тәҡдим ителә. Ҡулдан эшләнгән йылытҡыстарҙан баш тартығыҙ, ҡағиҙә булараҡ, уларҙа токтан һуғылыуҙан, артыҡ ҡыҙыуҙан, ҡыҫҡа тоташыуҙан һаҡлау ҡулайламаһы булмай.
Электр ҡорамалдарын һәр ваҡыт төҙөк хәлдә тотоу – бик яҡшы ғәҙәт. Тормошобоҙҙа гаджеттар ҙур урын алды – телефондар, планшеттар, һәр бүлмәлә телевизор. Сымдарға көсөргәнеш көндән-көн арта бара. Хатта телефондың төҙөк булмаған кабеле арҡаһында ҙур бәлә сығыуы ихтимал. Өйөгөҙҙән сыҡҡан саҡта барлыҡ кәрәкмәгән ҡорамалдарҙы һүндерегеҙ (шул уҡ заряд ҡорамалын, телевизорҙы). Баҡсанан ҡайтҡан саҡта мейесте, мунсаны, шулай уҡ электр ҡорамалдарын иғтибарлап ҡарағыҙ.
Янғын иҫкәрткестәр
Бүлмәнең түбәһенә беркетелгән бәләкәй генә түңәрәк әйбер – янҡын хаҡында иҫкәртеүсе бик һөҙөмтәле ҡорамалдарҙың береһе. Уға хатта электр тогы ла кәрәкмәй – батарейка ярҙамында эшләй. Ул төтөндө һиҙеү менән көслө генә тауыштар сығара: «Пи-Пи-Пи...». Шуға күрә уны төтөн датчигы тип тә атайҙар. Республикала һуңғы бер нисә йыл эсендә ошондай ҡорамалдар 400-ҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 160 баланың ғүмерен ҡотҡарҙы.
Мәҫәлән, быйылғы йылдың 7 мартында Ейәнсура районындағы шәхси йорттоң соланы яна башлай, ә өйҙә биш бала һәм әсә була. Улар барыһы ла ошо иҫкәртеү ҡорамалы арҡаһында ғына имен ҡала. Май айында Иглин районында йәшәгән ҡатын да, әлеге сигналды ишетеп, туғыҙ йәшлек улы менән яна башлаған өйҙән сығып өлгөрә.
Янғын иҫкәрткес күп балалы аҙ тәьмин ителгән, социаль йәһәттән ауыр хәлдә йәшәгән балалы ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә, 55 йәште үткән яңғыҙ йәшәгән граждандарға, сабыйы тыуған ғаиләләргә бушлай бирелә. Бөгөнгө көнгә уларҙы 183 мең ғаилә алған.
Әгәр һеҙ әлеге категорияларҙың береһенә лә эләкмәһәгеҙ, иҫкәрткесте үҙегеҙ һатып ала алаһығыҙ. Уның иң ябайының хаҡы 300 һум тора. Уларҙы мотлаҡ махсуслаштырылған сауҙа нөктәләренән һатып алырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, батарейкаһын алмаштырып торорға онотмағыҙ.
Йәйгеһен күптәр балаларын өләсәй-олатай янына алып бара. Оло кешеләр һәр ваҡыт баланың хәүефһеҙлеген хәстәрләп етмәүе лә ихтимал.
Янғын иҫкәрткес ҡуйыу – ул ҡәҙерле кешеләрегеҙҙең ғүмере хаҡында хәстәрлек күреү.
Әйтәйек, өс ҡорамал һатып алһаҡ (залға, соланға һәм гаражға), барлығы – 900 һум.
Яҡшы мангал
Йәйҙе шешлекһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Иң дөрөҫ рецепт – уны яҡшы, сифатлы һәм хәүефһеҙ мангалда әҙерләү. Эргәһендә ураған һайын эйелеп торорға кәрәккәне түгел, ә рәхәтләнеп баҫып бешерерлек. Ундай мангалдар әллә ни ҡиммәт тә тормай – баҡса һәм хужалыҡ тауарҙары магазиндарында ҙур ғына стационар мангалдарҙың хаҡы өс мең һумдан башлана.
Шешлек бешереү бәлә-ҡазаға юлыҡтырмаһын өсөн утты һәм күмерҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, мангалды ағас төбөнә, япраҡлы, ылыҫлы ергә урынлаштырмағыҙ, ут ҡабыҙыу өсөн тәғәйенләнгән махсус шыйыҡсаны ябыҡ хәлдә һәм усаҡтан алыҫтараҡ тотоғоҙ – ул бик тиҙ тоҡана. Тәмәке һәм шырпы ҡалдыҡтарын тимер һауытҡа һалығыҙ һәм өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ. Ихатағыҙҙа газ баллондары, бензин, спирт, ацетонлы һауыттар, башҡа тиҙ яныусан матдәләр тотмағыҙ.
Янғын һүндереү ҡорамалдары
Сүп-сар яғыу – бик хәүефле эш. Ҡоро, елле көндә ут әллә күпме ергә таралыуы, күршеләргә лә ҙур зыян килтереүе ихтимал. Сүп-сарҙы ҙур тимер мискәлә яғыу хәүефһеҙерәк. Һәр кемдең хужалығында иҫке булһа ла мискә барҙыр, әгәр булмаһа, «Авито» йәки «Юла» аша 500 һумға һатып алырға була. Бер алғанда икәүҙе алығыҙ – икенсеһендә һәр ваҡыт һыу йәки ҡом торһон. Әгәр күршеләрегеҙ менән татыу булһағыҙ, матди хәлегеҙ мөмкинлек бирһә, бергәләшеп янғын мотопомпаһы һатып алырға мөмкин. Ул ете меңдән 40 мең һумға тиклем тора.
Порошоклы универсаль янғын һүндергес алырға ла була, ул тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаларҙы яҡшы һүндерә. Уның ярҙамында ялҡын ялмаған йорт стенаһын ғына түгел, компьютер, электр плитәһе, сәйнүкте лә һүндерергә мөмкин. Хаҡы 500 һум ғына самаһы.
ЙӘМҒЕҺЕ
Рәхәтләнеп йылыла йоҡлау өсөн яҡшы йылытҡыс, ололарҙың һәм балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн өс янғын иҫкәрткес, тәмле киске аш өсөн сифатлы хәүефһеҙ мангал, ике мискә һәм ут һүндергесте ете мең һумға һатып алырға мөмкин. Хәүефлелектең хаҡы күпкә ҡиммәт булыуы менән күптәр килешер, моғайын.
ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ
Ҙур булмаған ут сығанағын нисек һүндерергә
Кухня таҫтамалы янып китһә, уны раковинаға ташлап, өҫтөнә һыу ағыҙығыҙ йәки кәстрүл ҡапҡасы менән томалағыҙ.
Табалағы майға ут тоҡанһа, тиҙ генә ҡапҡасын ябығыҙ һәм утты һүндерегеҙ. Яна башлаған майға һыу ҡойорға ярамай – бешәсәкһегеҙ.
Сүп-сар һауыты йәки подъездағы почта йәшнигендә гәзиттәр яныуын күрһәгеҙ, шунда уҡ һыу һибегеҙ.
Фатирҙа сым янған еҫ таралһа, дөйөм электр үткәргесте һүндерегеҙ. Уның ҡайҙа тороуын балалар ҙа белһен.
Көнкүреш техникаһы яна башлаһа, фатирға килгән дөйөм электр утын йәки электр ҡорамалдарын һүндерегеҙ (шнурҙы розетканан алыу мотлаҡ). Көнкүреш техникаһын ситтәренән һауа инмәҫлек итеп ҡалын юрған йәки туҡыма менән ҡаплағыҙ. Электр селтәренә тоташҡан ҡорамалдар өҫтөнә һыу ҡойорға ярамай!
Һәр осраҡта ла 112 телефоны буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Походҡа барып, урманды яндырған
Донъялағы һәм илдәге хәл-торош, ғаилә бюджетының ҡыҫҡарыуы арҡаһында быйыл күптәр диңгеҙ буйына бара алмай. Был эске туризмдың әүҙемләшеүенә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостанда ла бергәләшеп йәки үҙаллы ғына, палаткалар алып машинала барып ҡайтырлыҡ хозур урындар етерлек. Тик шуныһы үкенесле: ошондай «ҡырағай» ял арҡаһында тәбиғәт һәм йөҙҙәрсә кеше зыян күрә. Кемдер усағын һүндермәй йәки тәмәкеһен үләнгә ташлай һәм...
Мәҫәлән, быйылғы йылдың 10 июнендә Ғафури районы биләмәһендәге «Еҙем» тәбиғи паркында янғын башлана. Барыу ауыр булған урында бер гектар урман яна. Күҙаллауҙар буйынса янғын сығыуҙа 12 кешенән торған туристар төркөмө ғәйепле. Улар әле тотолған һәм һорау алына.