Янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү саралары үткәрелһә лә, янғын фажиғәләре булып тора.
26 октябрь, сәғәт көндөҙгө 11-ҙәр тирәһендә, Федоровка районының Новософиевка ауылында ла йорт яна. Унда йорт ҡына түгел, ихатлағы төҙөлөштәр ҙә зыян күрә, төҙөлөштәр менән генә бөтмәгән был бәлә, утты туҡтатҡандан һуң ҡотҡарыусылар бәлиғ булмаған ике баланың һәм уларҙың 41 йәшлек әсәһенең кәүҙәһен дә табалар. Был ғәиләлә лә янғын иҫкәртеү буйынса барлыҡ саралар үткәрелгән була, "Ғаилә" үҙәге лә йыш ҡына килеп, хәлдәрен белешеп торған. Ниңәлер был саралар кеше ғүмерен, "ҡыҙыл әтәс" ҡорбандары булған балаларҙы һаҡлап ҡала алмаған.
Шулай уҡ, 27 октябрь таңға ҡарай, Керәүле-Илюшкин ауыл советына ҡараған Знаменка ауылында 5Х11 майҙандағы йортта янғын сыға. Унда ла фажиғә, йәнә бер кеше янып үлгән. Асыҡланыуынса, йортта имен булмаған ғаилә йәшәгән, ҡыҙғанысҡамы, шатлыҡҡамы балаларына ҡарата атай-әсәй хоҡуғынан мәхрүм ителгән булалар, шуға күрә фажиға ваҡытында йортта 3 өлкән кеше генә була. Йорт хужаһы һәм уның 1984 йылғы өйҙәш ҡатыны, фажиғәнән ҡасып сығып өлгөрә, ҡаланан ҡунаҡҡа килгән 1981 йылғы ир янғын ҡорбаны була.