- Яҙғыһын янғын сыҡҡан ятаҡ, милекселәре булмаған бина, унда бөтәһе 14 бүлмә иҫәпләнә. Аҡса яғы наҡыҫ булһа ла, ауыл хакимиәте бюджетынан бында ремонт эшләнек: электр сымдары алмаштырылды, пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Бөгөнгө көнгә был өйҙә теркәлгән 14 йәшәүселәрҙең коммуналь хеҙмәттәргә 672 мең 371 һум бурысы бар, кемдеңдер 40 мең һум, икенсеһеке – 60 мең, берәүҙеке хатта 85 мең һум түләнмәгән. Бүлмәләрҙең проект документтары әҙерләнә һәм элеккесә социаль найм буйынса килешеү төҙөлөп, улар ҡуртымға тапшырыла. Бына, күреүегеҙсә, берәү яңыраҡ ҡына күсенеп киткән (яҡшы нәмәһенән ишеге генә булғандыр, уны яңағы менән йолҡоп алып киткән) һәм булған бөтә ташландыҡ әйберҙәре ҡый булып ҡалған. Киләсәктә йорттоң паспорты эшләнеп, уны хосусилаштырыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Сөнки ул ваҡытта кеше үҙ йортонда тәртип һаҡларға тырышасаҡ, үҙ милкенә һаҡсыллыҡ менән ҡарар тигән уйҙабыҙ, - тип ятаҡ бүлмәләрен барлап-күрһәтеп, һөйләне Марина Владимировна.