Бөтә яңылыҡтар
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
1 Ғинуар 2021, 02:00

Һаҡ булығыҙ - йоҡа боҙ!

Һаҡ булығыҙ - йоҡа боҙ! Көҙөн боҙ аҫтына китеп һәләк булыусыларҙың күбеһе - балалар.
Көндәр һалҡыная, йылға-күлдәр боҙ менән ҡаплана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, хәүефһеҙ үтеү өсөн боҙҙоң ҡалынлығы 15-30 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Боҙға бәйле фажиғәләр йыш ҡына ябай иғтибарһыҙлыҡтан, ололарҙың үҙ балаларының ҡайҙа уйнауына битарафлыҡ күрһәтеүенән килеп сыға. Йылға-күлдәргә барыусыларҙың күбеһе балыҡсылар һәм балалар. Тәүгеләре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тырышһа, балалар уйынға әүрәп донъяһын онота, ти белгестәр. Был ошо көндәрҙә бөтә республиканы тетрәндергән Нуриман районында булған хәлдә лә асыҡ күренә. Унда 3, 5, 7 йәшлек өс бала боҙ аҫтына китә. Ҡыҙғанысҡа, өлкәнен ҡотҡарып ҡала алмайҙар.
Читайте нас: