АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
4 Мая 2021, 10:24

Ут, һыу һәм талпандар. Май айының өс төп хәүефе

Алда – оҙайлы май байрамдары, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Быйылғы баҡса осоро өс ҙур мәшәҡәт-хәүеф менән башланды. Улар тураһында нимәләр белергә кәрәк.

Алда – оҙайлы май байрамдары, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Быйылғы баҡса осоро өс ҙур мәшәҡәт-хәүеф менән башланды. Улар тураһында нимәләр белергә кәрәк.
Усаҡ – ярамай, шешлек – мөмкин
17 апрелдән махсус ҡарар ҡабул ителгәнгә ҡәҙәр Башҡортостанда янғынға ҡаршы айырым режим ғәмәлгә инде. Шуға ярашлы усаҡ тоҡандырырға, хатта үҙ биләмәңдә былтырғы сүп-сарҙы, ҡоро үләнде лә яғырға ярамай. Шулай уҡ машина йәки мотоциклда урманға инеү тыйылды.
Талаптарҙы үтәмәгән осраҡта ябай кешеләргә – 4000-5000 һум, вазифа биләүселәргә – 20-40 мең, юридик шәхестәргә 500 мең һумғаса штраф һалыу ҡаралған. Был хаҡта «Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу» Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө пунктында әйтелә. Урманда тәмәке тартҡан йәки урман фонды биләмәһенә техника менән ингән өсөн биш мең һум штраф ҡаралған.
Штрафтар бер-береһенә ҡушыла ала. Мәҫәлән, урманға автомобиль менән инеп, шешлек ҡурған өсөн һәр кемгә 10-ар мең һум түләргә тура киләсәк. Ун кешенән – йөҙ мең һум. Әгәр ут яғыу арҡаһында ҙур янғын сыҡһа, ғәйепле кеше бер миллион һумға яҡын түләүле була, өҫтәүенә урманға килтерелгән зыянды һәм янғынды һүндереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплаясаҡ. Әгәр янғын эҙемтәләре тағы ла ҡурҡынысыраҡ булһа, енәйәт эше асыла һәм өс йылға тиклем төрмә янай. Баҡсаларҙы һәм дачаларҙы – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы инспекторҙары һәм урындағы хакимиәт белгестәре, урмандарҙы урман хужалығы хеҙмәткәркәрҙәре күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.
Быйыл ғинуарҙан янғынға ҡаршы режимдың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Уларға ярашлы, хәҙер баҡсасылар һәм ауыл ерендә йәшәгән граждандар сүп-сарҙы ваҡытында түгеп, үләнде сабып алып торорға – янғын хәүефе тыуҙырмаҫҡа тейеш. Йәғни, сүп-сар йыйып алына, әммә уны әлегә яғырға ярамай!
«Ә 1 майҙа ғәҙәттәгесә шешлек ашарға ярамаймы ни? Ул да тыйыламы?» – тип һорарһығыҙ. Итте ут яғып түгел, бары тик күмер ҡулланып ҡурырға ярай. Шулай уҡ янғынға ҡаршы режим талаптарын үтәү мотлаҡ. Быйылдан улар түбәндәгесә: мангалдан ике метр алыҫлыҡта тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр булмаҫҡа, эргәләге бинағаса биш метр ара һаҡланырға тейеш. Шешлек бешергән саҡта янығыҙҙа бер-ике биҙрә һыу йәки ут һүндереү ҡорамалы булһын. Донъя хәлен белеп булмай.
Ҙур һыу ҡайта
Башҡортостан ташҡындың беренсе этабын үтте, әммә тынысланырға иртәрәк әле. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, 28 апрелдән 1 майға тиклем икенсе осор көтөлә.
Быйылғы ташҡын айырыуса көслө булды, күптәр хужалығы һыу аҫтында ҡалырын, әйберҙәрҙе ҡалдырып, хәүефһеҙ урынға күсенеп торорға тура киләсәген күҙалламай ҙа ине. Әгәр һыу баҫыу хәүефе тураһында сигнал ишетһәгеҙ, шунда уҡ күршеләрегеҙҙе иҫкәртегеҙ.
Документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе, дарыуҙар, ике-өс көнгә етерлек һыу һәм аҙыҡ запасы, түшәк һәм гигиена кәрәк-ярағы, мөмкинлек булһа, өҫ һәм аяҡ кейеме әҙерләгеҙ. Йыһаздарығыҙҙы һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе хәүефһеҙерәк урынға, мәҫәлән, сарҙаҡҡа мендерегеҙ. Электр утын, газды һәм мейестәге утты һүндерегеҙ, ағып китеүе ихтимал әйберҙәрҙе беркетегеҙ йәки берәй хужалыҡ бинаһына күсереп ҡуйығыҙ.
Һыу ҡайтып, йортоғоҙ тейешенсә кипкәс, өй эсен һәм ихатаны сүп-сарҙан таҙартырға тура киләсәк. Роспотребнадзор идаралығының коммуналь гигиена буйынса бүлек начальнигы Лариса Кильдюшова аңлатыуынса, был эште мотлаҡ бирсәткә һәм битлек кейеп, составында хлор булған берәй ҡатнашма ярҙамында башҡарырға кәрәк.
Талпандан зыян күреүселәр арта
Башҡортостанда көндәр ҡапыл йылытыу менән талпандар ҙа әүҙемләште. Роспотребнадзорҙың республика идаралығында белдереүҙәренсә, медицина ойошмаларына 124 кеше мөрәжәғәт иткән, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда дүрттән бер өлөшкә күберәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: талпандар – ике ҡурҡыныс сирҙе – энцефалит менән боррелиозды таратыусылар. Әгәр тәнегеҙгә бөжәк ҡаҙалһа, уны ташламағыҙ, ипләп кенә сығарғас, берәй ҡаплы әйбергә һалып, мөмкин тиклем тиҙерәк анализға алып килегеҙ. Әгәр талпандың зарарлы булыуы асыҡланһа, табиптар һеҙгә беренсе ярҙам күрһәтәсәк һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме – өлгөрөргә.
Күптәр талпанды ағаста йәшәй тип уйлап яңылыша, ә ысынында улар башлыса юл буйҙарында үҫкән үлән араһында, ҡыуаҡтарҙа туплана. Талпандар асыҡ, яҡты яланды яратмай.
Хәүефһеҙлек өсөн төп ҡағиҙәләр:
Урман юлынан барғанда ботаҡ, япраҡ өҙмәгеҙ, ҡыуаҡтарҙы, ағастарҙы һелкетмәгеҙ.
Дөрөҫ кейенегеҙ: салбар балағын ойоҡбаш эсенә тығығыҙ, оҙон еңле куртка йәки күлдәккә өҫтөнлөк бирегеҙ. Баш кейеме – кепка йәки яулыҡ тураһында онотмағыҙ. Кейем аҫтына ингәндән һуң да талпан тәнгә тиҙ генә ҡаҙалмай. Ул уңайлы урын эҙләп, байтаҡ йыбырлап йөрөй. Ваҡыты-ваҡыты менән бер-берегеҙҙе, тәү сиратта балаларығыҙҙы тикшереп тороғоҙ. Тәндең асыҡ өлөштәрен, сәстәрҙе, ашыҡтарҙы, ҡултыҡ аҫтарын яҡшылап ҡарағыҙ. Өйгә ҡайтҡас, бөтә кейемегеҙҙе сисеп тикшерегеҙ, яҡшы итеп ҡағығыҙ.
Энцефалиттан һаҡланыу өсөн прививка эшләтергә мөмкин. Вакцинаны теләгән мәлдә яһатырға була, әммә йәйгелеккә яҡшы иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн яҙғыһын яһатыу яҡшыраҡ.
Әгәр тәнгә ҡаҙалған талпан күрһәгеҙ, уны этил спирты йәки одеколон менән эшкәртегеҙ. Ептән элмәк эшләгеҙ. Әлеге элмәкте ипләп кенә талпандың башы менән кәүҙәһе араһына ҡуйып, тартығыҙ. Епте тартҡан мәлдә өйрөлтөгөҙ. Ошо ысул менән талпанды тулыһынса сығарып була. Тешләнгән урынды йод менән эшкәртегеҙ.
Читайте нас