АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
7 Августа 2021, 06:09

Һөрөмгә буялмаһын

- Йәй көнө эҫе бит инде, тәҙрә асып йоҡлайбыҙ. Кеше йөрөгәне, һөйләшкәне лә яҡшы ишетелеп тора. Янғын сыҡҡан төндә, төнгө дүртенсе яртылар тирәһендә, шарт-шорт килгән тауышҡа уянып киттем дә, тәҙрәнән ҡараһам, күршеләрҙә ут, ялҡын күренә, тәүҙә тракторҙары яна микән тип уйланым. 

Һөрөмгә буялмаһынҺөрөмгә буялмаһын
Һөрөмгә буялмаһын

Тиҙ генә иптәшемде уяттым да, күрше тирә-яҡтарҙы шылтыратып уяттым, янғын хеҙмәткәрҙәренә шылтыраттыҡ, улар 40 минут эсендә килеп етте. Улар килгәнсе күрше тирә-яҡ, төндә йөрөргә сыҡҡан егеттәр ут менән көрәште. Янғын ныҡ ҡурҡыныс булды, бесән ҡоро тиҙ арала янды ла бөттө, йорт хужаһының былтырҙан ҡалған бесәне, быйыл алып ҡайтҡаны ла береһе лә ҡалманы. Янғын һарайға ла күскән ине, уны халыҡ һүндереп алып ҡала алды, әҙерәк сусҡа бәрәстәре янған. Бындай ҡот осҡос хәлдән аллам үҙе һаҡлаһын, быйылғы бесән әҙ саҡта шундый ҙур ҡаза.

Яҡуп ауылындағы янғын тураһында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас