АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
18 Августа 2021, 04:27

Барыһы ла эш өсөн

Кисә төшкә яҡыныраҡ Ермолаевоның беренсе мәктәбе янынан китеп барһаҡ, саҡ ҡына өҫтәрәк ГИБДД егеттәре тора. Әллә ҡайҙан килгән нәмә - улар күренеү менән булмаған гонаһтарыңды иҫкә төшөрә башлайһың, беҙҙең бер яҡ фара янмай, туҡтатһа туҡтата инде, туҡтамай әмәл юҡ, тик ваҡыт тығыҙ мәл, протокол төҙөгәнсе, фәлән-төгән иткәнсе... өлгөрмәйбеҙ. 

Барыһы ла эш өсөнБарыһы ла эш өсөн
Барыһы ла эш өсөн

Райпо яғынараҡ боролдоҡ та, кире әйләнеп, икенсе яҡтан китеп барҙыҡ. ГИБДД-ла алйоттар эшләмәй, аҙ ғына барғас та телефон шылтыраны, таныш юл тәртибе һаҡсыһы шылтырата: Нимә эшләп йөрөһөгөҙ, ҡайҙа боролдоғоҙ? 

Фара янмай тип әйтеп булмай ҙа, эш буйынса тигән булдыҡ, беҙҙең ҡәтғи маршрут юҡ, уңға тартһаң да ярай, һулға борһаң да килешә. 
Йәшенмәк уйнау сараһыҙҙан килеп сыҡты. Ә ГИБДД егеттәренә рәхмәт, әйткәндәй, уларҙың бер ҡасан да ерле юҡҡа бәйләнгәнен күргән булманы, барыһы ла эш өсөн, бөтәһе лә юлда хәүеф булмаһын өсөн башҡарыла. Бына әле лә улар, район хакимиәтенең йәштәр, спорт, туризм комитеты ҡыҙҙары менән бергә, эш тип йөрөй: юлда йөрөгәндә, руль артындағыһы ла, йәйәүлеһе лә иғтибарлы булһын, бигерәк тә балалар хаҡында уйлаһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас