Бөгөнгө көндә күп ата-әсәйҙәр, хатта ҡайһы бер уҡытыусылар комьютерҙа эш итә белмәй, хатта папка аса белмәгәндәр ҙә бар. Ә балалар, тыумыштан тип әйтерлек бармаҡтары уйнап тора, был өлкәлә бик оҫталар. Эйе, һүҙ юҡ, бөтә ерҙе яңы технологиялар баҫып алған дәүерҙә, уларҙың был өлкәне яҡшы белеүе маҡтаулы, тик шулай ҙа ата-әсәйҙәр балаларына күдберәк иғтибар бүлһендәр ине, уның нимә менән мауығыуын, ниндәй уйындар уйнауын, кем менән аралашыуын күҙәтеп барһындар ине. Психология күҙлегенән ҡараһаң, уйындар уйнап роботҡа әйләнеп бөткән балалар, башҡаларҙан айырылып тора. Беҙҙең мәктәптә лә компьютер уйындары уйнарға яратҡан уҡыусылар юҡ түгел, уларҙы мин атлап йөрөшөнән үк айырып торам, ата-әсәләрен һөйләшеүгә саҡырам, кәңәштәр бирәм. Уйындарҙан тыш, психик ауырыған ололарҙың да, йәштәрҙең дә яҙлы-көҙлө ауырыуҙары киҫкенләшә, бәлки тап шуғалыр, Ҡазан егет яҙ, ә Пермь егете көҙ атыш асырға булғандыр. Өҫтәүенә, әле тегендә, әле бында ошоға оҡшаш хәлдәр ишетелеп кенә торғас, улар өсөн был этәргес кеүек, өлгө булып тора. Балаларығыҙға битараф булмағыҙ, уларҙы һөйөү, наҙға, иғтибарға төрөп үҫтерегеҙ, бәләкәй сағынан контрольдә тотоп өйрәтегеҙ, уларҙың һәр аҙымын булмаһа ла, ҡайһы сайтҡа ингәнен, кем менән аралашҡанын, ниндәй уйындар уйнауын күҙәтеп барығыҙ. Атай-әсәйҙәргә, инде йышылып бөткән, шулай ҙа актуаль булған кәңәштәрем шул.
Тулы материал үткән һанда баҫылды.