Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
25 Октября 2021, 11:51

Мал йәлке

Бәләкәй Мусалағы ферманың бары тик стеналары ғына ҡалған. Ярар, малдары иҫән, уларҙы алып сығып өлгөргәндәр, кәзә-һарыҡ фермала тормаған булған - иректә йөрөгән. Тауыҡтар ғына ожмахҡа осҡан.Хужа ферманы кире тергеҙәм тип йөрөй икән - әллә бында күпме аҡса китер, тере ҡалған һыйырҙар барыһы ла кереп китеп бөтмәһә.

Мал йәлке
Мал йәлке

Төндә сыҡҡан янғын https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_61740 тиҙ арала таралған, ауыл кешеләре һүндереүҙә ҡатнашмаған, был фермер менән урындағы халыҡтың борсаҡтары бешмәне - был турала Юшатыр яҙғайны. Ут ферма эсенән сыҡҡан тиҙәр, әллә еүеш һалам баҫылып ятып янып киткән әллә башҡа сәбәп бар. Ниңәлер әлегә осраҡта, бәндәнән бигерәк, малдар ҡәҙерлерәк, улар йәлләтә - ферма янында үлән утлаған кәзәләр бошмаҫ ҡына йөрөп ята - өйһөҙ ҡалғандарын аңламайҙар әллә?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: