Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
23 Ноября 2021, 09:05

Имен генә йөрөгөҙ

Күптәр самолетта осорға ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта ерҙә юл фажиғәләренең меңләтә күберәк икәнен беләләр. Тик, автомобилгә ултырғанда, бара торған урынға етә алырлыҡ тураһында бер ҙә уйламайбыҙ. “Башҡалар менән нимә генә булмай, тик минең менән түгел” тигән уй менән йөрөй бирәбеҙ.

Имен генә йөрөгөҙ
Имен генә йөрөгөҙ

Әхмәд хәҙрәт Әхмәров, Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы:
- Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә, барлыҡ мәсеттәрҙә лә юл фажиғәләрендә һәләк булғандар рухына бағышланып аят-доғалар уҡыла. Мәрхүмдәрҙең йәндәре йәннәттә, ә тереләрҙең юлдары тик имен һәм изге генә булһын тип теләйбеҙ.
Евгений Шерышев, Өфө епархияһы пресс-секретаре:
- Был көндә бөтә ғибәҙәтханаларҙа ла йыназа уҡыла. Улар юл фажиғәһендә аңһыҙ рәүештә һәләк булғандар рухына йүнәлтелә. Һәр кем иҫендә тотһон ине: ғүмер - Аллаһы Тәғәләнең ҙур бүләге, уға хаҡһыҙ ҡарау оло гонаһ.
Владимир Севастьянов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы:
- Ҡурҡыныс авариянан иҫән ҡалғандар ғына ғүмерҙең һәр секунды мөһим икәнен аңлай һәм һөйләй ала. Төрлө афәттәр булдырмау өсөн, юлдарыбыҙ торошон яҡшыртыу буйынса милли проекттар тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа кешеләр ҙә руль артындағы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһендәр ине. Һәр кемдең үҙ ғүмере өсөн үҙе яуаплы булыуын иҫтәренән сығармаһындар.

Маргарита МОРАТБАҠЫЕВА, “Юл патруле” телепроектының баш мөхәррире

Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: