АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
16 Декабрь 2021, 04:51

Һаҡланғанды һаҡлармын

Сағылдырыусы кейем Республиканың дәүләт автоинспекцияһы кейемдәрҙә яҡтыны сағылдырыусы элементтарҙың мотлаҡ булыуын иҫкәртә. Бындай сара юлдарҙа травматизм  һанын кәметеүгә булышлыҡ итә. Урамда ҡараңғы, яуым төшөмлө, йә томанлы ваҡытта яҡтыны сағылдырыусы элементтар кешене күренерлек итәләр. Йәйәүлеләр тарафынан уларҙы ҡулланыу елеүсе машиналарҙан тапалыу рискын 6 тапҡырға кәметә. Бындай күренештең аңлатмаһы ябай: яҡтыны сағылдырған элементтары булған кешене водителдәр күпкә йырағыраҡ дистанцияла һиҙеп ҡала алалар: мәҫәлән, 30 метр урынына - 150 метрҙан, ә фараларҙың йыраҡҡа яҡтыртыу осоронда хатта 400 метр алыҫлыҡтан. Шуға күрә, юлдарҙа травматизмды сикләү маҡсатында өҫ кейемдәрҙә яҡтыны сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.

Һаҡланғанды һаҡлармынҺаҡланғанды һаҡлармын
Һаҡланғанды һаҡлармын

Тонировкалар буйынса рейд

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы даими рәүештә профилактик саралар уҙғарып тора. Уларҙың маҡсаты – ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын табыу һәи иҫкәртеү, водитель һәм йәйәүлеләрҙең дисцилинаһын нығытыу. Профилактик рейдтар юл торошона ыңғай йоғонто яһайҙар, транспорт ағымынан юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүеф тыуҙырған  автохәүәҫкәрҙәрҙе сығарырға ярҙам итәләр.

Автомобиль тәҙрәләрен тонировкалағанда уларға ҡарата махсус талаптар булыуын иҫтә тотоу хәйерлерәк. Тонировка аша тейешле яҡты үтә алырға тейеш. Был талаптың үтәлмәгән сағында штраф янай. Унан тыш, күреү мөмкинлеге сикләнгән машинала йөрөү - хәүефһеҙ түгел. Рейд барышында дәүләт автоинспекторҙары ҡабул ителгән стандарттарға ярашһыҙ техник торошло транспорт сараларын туҡтаталар. Автомобиль тәҙрәләренең яҡтыны үткәреү кимәлен тикшереүҙә махсус ҡоролма ҡулланыла. Бындай йыһаз мотлаҡ рәүештә сертификация үтә һәм тулыһынса ГОСТ талаптарына яуап бирә. Хеҙмәткәрҙәр өҫтәлмә уҡыуҙар үткәндән һуң автомобиль тәҙрәләренең яҡтыны үткәреү кимәлен үлсәргә рөхсәт итеүсе документ алалар. Махсус операциялар, йәки рейдтар барышында автомобилдәрҙең техник торошон теләгән урында башҡарыу мөмкин. Был осраҡта юл патруле (ДПС) хеҙмәткәрҙәрендә махсус сараны уҙғарыу приказының булыуы мотлаҡ. Әгәр ҙә ҡараңғы тәҙрәле автомобиль водителе ҡабат тотола икән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре урында тонировкаһын үҙҙәре сисергә хоҡуҡлы булалар һәм штраф менән янаған административ протокол төҙөйҙәр.

Водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу профилактикаһы - ЮХХД идаралығының төп көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Бындай саралар юл-транспорт фажиғәләрен һәм юл травматизмын сикләйҙәр. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы был йүнәлештәге эшен дауам итә.

ДИСТАНЦИЯ. ИНТЕРВАЛ

Көндәрҙең ҡапыл һалҡынайыуы һәм епшек ҡар кеүек яуым төшөмдәре юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Был күренеш водителдәрҙән юлдарҙа хаҡ булыуҙарын талап итә. Юл фажиғәләренең төп сәбәптәре – иғтибарһыҙлыҡ, водителдәр тарафынан юл ҡағиҙәләрен үтәмәү. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы барлыҡ водителдәрҙе транспорт сараларының хәрәкәт итеү тиҙлеге режимын һаҡларға өндәй. Һәр саҡ дистанция һәм автомобилдәр араһындағы интервалды күҙ уңында тотоу, юлда маневрҙар ваҡытында үтә иғтибарлы булыу мотлаҡ. Насар һауа торошо ваҡытында, бигерәк ҡар яуғанда, тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеү хәйерлерәк. Шулай уҡ водителдәр юлда ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлеләрҙе онотмаҫҡа тейеш. Ҡышын йәйәүлеләр башлыҡ, капюшон һәм башҡа әйберҙәре арҡаһында тирә-яҡты күреү һәләте кәмей.

Камералар

Республикала Р-240 “Өфө-Ырымбур” федераль трассаһының фотовидеотеркәү камералары ҡуйылған өлөшөндә үткән йыл менән сағыштырғанда авариялар һаны быйыл кәмерәк. Федераль трасса юлдарының торошо яҡшыртыла, тик водителдәр үҙҙәре юл ҡағиҙәләрен йыш ҡына һанға һуҡмайҙар, бигерәк тә машина йөрөтөү тиҙлеген арттырыуҙан баш тартмайҙар. Шул сәбәпле фотовидеотеркәү комплекстар һанын арттырыу ҡарары ҡабул ителгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров дөйөм ҡулланыуҙағы федераль юлдарҙа юл ҡағиҙәләрен автоматик рәүештә теркәүсе камералар һанын йөҙгә тиклем арттырырға ҡушҡайны. Әлеге көндә улар барыһы ла тәғәйенләнгән урындарында урынлаштырылғандар. Юл ҡағиҙәләрен автоматик рәүештә теркәүсе ҡоролмаларҙың ҡуйылған урындары тураһындағы актуаль мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең рәсми сайттарында табырға була. 

 ДИСТАНЦИЯ-2

Ҡышын  юлдарҙың тайғаҡ булыуы һәм томан, йәки яуым төшөмдәре сәбәпле күренеү кимәленең насарайыуы мөмкин. Автомобилдәрҙең тормоз, руль, яҡтыртыу системаларын даими рәүештә тикшереп тороу хәйерлерәк. Һауа торошона, юлдарҙағы транспорт ағымына, күренеү кимәленә, юлдың рельефына, ташылған йөк сифатына  ярашлы транспорттың хәрәкәт итеү тиҙлеген дөрөҫ һайлау кәңәш ителә. Дистанция һаҡлау һәм интревал тотоу – һәр водитель өсөн мотлаҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас