Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
25 Февраля 2022, 12:56

Йәллә беҙҙе

Ҡарҙы ҡыш буйы һүктек (юл юҡ), уны әрләй торған көндәребеҙ алда әле.  

Йәллә беҙҙе
Йәллә беҙҙе

Алан-йолан, шул иҫәптән, өҫкә лә ҡарап, абайлаңҡырап йөрөр мәлдәр етте. 

Ҡар ҡыйыҡтан башыңа  килеп төшөүе бар. Йыл һайын ҡыйыҡ ҡары әллә күпме машинаны емерә (былтыр беҙҙең машина ла бындай оказияға эләкте), ярар улай-былай етди хәлдең булғаны юҡ. Ермолаевоның 2 мәктәбенең ишек башы ҡаплағысын да аямаған ҡар. Емерә төшкән (фотола). Зыяны ошоноң менән бөтһә - булды. Башҡа төшкән бәләләр былай ҙа күп, исмаһам, ҡар һине беҙҙе йәллә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: