Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
24 Марта 2022, 16:39

Иртә яҙҙың биш төп хәүефе – был хаҡта нимә белергә

Яҙ башланып торған әлеге мәлдә нимәләр хаҡында белергә, нимәләрҙән һаҡ булырға кәрәк – бөгөн ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Иртә яҙҙың биш төп хәүефе – был хаҡта нимә белергә
Иртә яҙҙың биш төп хәүефе – был хаҡта нимә белергә

Яҙғы сирҙәр
Ҡайҙан хәүеф көтөргә? Яҙ етеү менән тиҙерәк баш, аяҡ кейемен сисеп, ҡарҙың тиҙерәк иреп бөтөүен, йәмле йәйҙең етеүен көтә башлағы килә. Ә бит тап ошо көндәрҙә һалҡын тейҙереү хәүефе арта, гормональ үҙгәрештәр һәм хроник сирҙәр, айырыуса гастрит, ашҡаҙан сей яраһы баш ҡалҡыта, авитаминоз, «мине бер кем дә яратмай» ише депрессия төрҙәре күҙәтелә.
Нимә эшләргә? Яҡындарың тураһында ғына түгел, үҙең хаҡында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Баш кейемен сисмәй түҙегеҙ, әммә саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ, ябай булһа ла витаминдар ашағыҙ, ә инде сирләп китһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Әйткәндәй, диспансеризация өсөн бик ҡулай ваҡыт етте. Коронавирус үтә ҡотороп киткән мәлдә был медицина сараһын туҡтатып торғайнылар, әле үтергә мөмкин. Уның барышында бихисап белгестәргә бушлай күренергә, УЗИ һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтергә була. Һеҙгә тәғәйен ваҡытты поликлиника регистратураһы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша белешергә, бер ыңғай яҙылырға ла мөмкин. Диспансеризация өсөн ял көнө бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Ә эшләп йөрөгән пенсионерҙар һәм пенсияға сығырға биш йыл ваҡыты ҡалғандар ике көн ялға һәм уртаса эш хаҡына хоҡуҡлы.

Ташҡын.
Ҡайҙан хәүеф көтөргә? Республика әкренләп яҙғы ташҡынға әҙерләнә. Ғәҙәттә, ул март аҙағынан апрелдең тәүге ун көнөнә тиклемге арауыҡта башлана. Быйыл ҡар күп яуҙы, өҫтәүенә мартта һыуыҡтар булды. Һөҙөмтәлә ер ныҡ туңды, һыуҙы яй һеңдерәсәк, йәғни ирегән ҡар һыуының ер өҫтөнән ағып китеү ихтималлығы ҙур. Синоптиктар ташҡынға бәйле хәл-торош тураһында анығыраҡ күҙаллауҙар менән 25 мартта таныштырырға вәғәҙәләй.
Нимә эшләргә? Ташҡынға яйлап әҙерләнә башларға кәрәк: йорт тирәһен, һыу ағыу юлдарын таҙаларға; торбаларҙың торошон тикшерергә; ҡапыл һыу күтәрелгән осраҡта ҡайҙа шылтыратыу кәрәклеген белешергә (был хаҡта һеҙҙең хакимиәттә йәки ауыл советында беләләр); көнкүрештәге электр насостарының торошон ҡарарға, биҙрә, көрәк, кәмә йәки һал кеүек ҡорамалдарҙы барларға.
Әйткәндәй, Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү буйынса автоматлаштырылған система булдырылған. Уның ярҙамында һәр кем ғәмәлдәге һыу торошо, гидропостарҙағы хәл менән таныша ала. Телефондың камераһын йәки сканерын куар-кодҡа төбәһәгеҙ, тейешле сайт асылыр.

Юлдарҙа боҙлауыҡ
Ҡайҙан хәүеф көтөргә? Күптәр йәйәүлеләр өсөн иң ҡатмарлы мәл ҡыш тип уйлай. Әммә яҙғы юл да хәүеф менән тулы: әле юлдарҙың боҙланыу ҡурҡынысы көслө, сөнки төндәр һыуыҡ, көндөҙ ирегән һыу туңа.
Уйын менән мауыҡҡан балалар көтмәгәндә юлға йүгереп сығыуы ихтимал, ә был мәлдә машинаның тормоз юлы бер нисә тапҡырға артып, тиҫтәләрсә метрға етеүе ихтимал.
Бындай мәлдә машинаның ҡышҡы тәгәрмәсен алмаштырмай тороу хәйерле. Ҡапыл ҡар яуһа йәки ҡырау төшһә, юлда йөрөү хәүефһеҙерәк буласаҡ.
Икенсенән, «умырзаялар» – яҙҙан көҙгә тиклем генә машина йөрөтөүселәр һәм велосипедсылар күбәйә. Ҡыш дауамында улар автомобиль йөрөтөү оҫталығын бер ни тиклем юғалта, шуға күрә хәүеф сығанағы булыуы бик ихтимал. Тиҙҙән велосипед, мотоцикл менән бер ыңғайҙан самокатта йөрөүселәр килеп сығасаҡ. Улар автомобилдәр араһына тығылып, көтөлмәгән маневрҙар яһарға ярата.

Йоҡа боҙ
Ҡайҙан хәүеф көтөргә? Йыл һайын республикала яҙғы боҙға ышанып, кешеләр батып үлә. Ҡомарлы балыҡсылар, мажара эҙләгән сәйәхәтселәр, яр буйында уйнаған балалар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ҡазаға тарыуы ихтимал.
Нимә эшләргә? Һыу ятҡылыҡтарындағы һәләкәттәрҙең төп сәбәбе – алкоголь. Иҫерек кеше ҡурҡыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһон юғалта, реакцияһы әкренәйә, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Эскән килеш һыу буйына йөрөргә бөтөнләй ярамай.
Шулай булыуы ла ихтимал: ҡаршы яҡ ярға сығырға кәрәк, боҙ аша йөрөүҙән башҡа сара юҡ. Быны нисек дөрөҫ эшләргә? Бер кеше өсөн боҙҙоң хәүефһеҙ ҡалынлығы – 7 сантиметр, конькиҙа шыуғанда – 12, атлап сығыу өсөн – 15, автомобиль өсөн – 30 сантиметр. Ныҡ боҙ йәшкелт йәки күкшел төҫтә булып, ялтырап тора. Әгәр ул буръяҡ, һоро, тишекле булһа, бик хәүефле. Бындай боҙ, тауыш сығарып сатнамай ғына, ҡапыл ярылыуы ихтимал.
Һыу ятҡылығы аша һалынған һуҡмаҡ йәки саңғы юлы буйлап атлау – хәүефһеҙерәк. Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ, быны таяҡ менән эшләргә тәҡдим ителә. Һуҡҡан ерҙә һыу сыҡһа, тимәк, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай. Һыу ятҡылығының уртаһында булһағыҙ, аяғығыҙҙы яурын киңлегендә ҡуйып, боҙҙан алмайынса ғына шылдырып, кире ярға сығығыҙ. Әгәр күмәк булһағыҙ, бер-берегеҙҙең араһы кәм тигәндә биш-алты метр булһын.

Янғындар
Ҡайҙан хәүеф көтөргә? Был осорҙа янғын хәүефе сәбәптәре ҡыш миҙгелендәге кеүек: электр сымдарының төҙөкһөҙлөгө, иҫерек килеш тәмәке тартыу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Йәй яҡынлашҡан һайын баҡса һәм дачаларҙа янғын сығыу хәүефе арта.
Нимә эшләргә? Уяулыҡты юғалтмаҫҡа. Йорт янын йыйыштырһағыҙ, өйөгөҙҙән һәм башҡа ҡаралтыларҙан 50 метр яҡынлыҡта сүп-сар яҡмағыҙ, ихатала тулы газ баллоны, шулай уҡ тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар тотмағыҙ. Шешә, быяла ватығын урамға, тәбиғәткә ташламағыҙ, улар линза рәүешендә ҡояш нурынан янғын сығарыуы ихтимал. Электр селтәрен, электр һәм газ ҡорамалдарын һәр ваҡыт төҙөк тотоғоҙ, балаларҙың ут менән шаярыуына юл ҡуймағыҙ.


БОҘҘОҢ ХӘҮЕФҺЕҘ ҠАЛЫНЛЫҒЫ
< 5 см
Алыҫыраҡ тороғоҙ. Боҙ ныҡ йоҡа, һеҙҙең ауырлыҡты күтәрмәйәсәк.
< 10 см
Балыҡ тоторға мөмкин. Боҙ буйлап йөрөргә ярамай.
< 12 см
Ҡаргиҙәр менән йөрөргә мөмкин.
< 20-30 см
Автомобилдәр һәм бәләкәй йөк машиналары өсөн рөхсәт ителгән ҡалынлыҡ.
< 30-38 см
Урта ҙурлыҡтағы йөк машиналары өсөн хәүефһеҙ ҡалынлыҡ.

Иртә яҙҙың биш төп хәүефе – был хаҡта нимә белергә
Иртә яҙҙың биш төп хәүефе – был хаҡта нимә белергә
Автор:
Читайте нас: