Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
16 Апреля 2022, 11:18

Башҡортостанда ташҡын тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре тураһында

Республикала яҙғы ташҡын осоро башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының белгестәре менән берлектә «ҙур һыу» осоро, хәүеф сығанаҡтары һәм бәлә-ҡазанан һаҡланыу алымдары тураһында һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда ташҡын тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре тураһында
Башҡортостанда ташҡын тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре тураһында

Бар ерҙә лә ҡар шәпләп ирей. Үткән аҙна дауамында ғына ҡотҡарыу хеҙмәте «112»-гә 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итеп, ихатаһын йәки юлды һыу баҫыуы тураһында хәбәр иткән. Әммә был әлегә башы ғына.
Синоптиктар фаразлауынса, дала йылғалары 13 апрелгә тиклем боҙҙан асыласаҡ, ә һыуҙың максималь кимәле 15 апрель тирәһенә тура киләсәк. Тап ошо мәлдә йылғаларҙа боҙ тығылып, һыу ташыуы, туғай-ҡырҙарҙы ғына түгел, ауылдарҙы ла баҫыу хәүефе бар. Мәҫәлән, апрель башында Белорет районының Ғәбдүк ауылында тап шулай булды. Бер нисә сәғәт эсендә һыу өс метрғаса күтәрелеп, тиҫтәләрсә йортто һыу баҫты. Ҡотҡарыусылар 103 кешегә, шул иҫәптән 18 балаға ярҙам күрһәтте. Әлеге ваҡытта кешеләр үҙ йорттарына ҡайтты.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса быйылғы ташҡын 230 тораҡ пунктҡа, 11 меңдән ашыу шәхси йортҡа, 30 меңдән ашыу кешегә хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәләрҙә үләкһә күмеү урындары, химикат келәттәре, сүплектәр, күперҙәр, төбәк һәм федераль трассалар, тимер юлдар, потенциаль хәүефкә эйә объекттар, хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар, ер аҫты сығанаҡтары иҫәбенә тулған һыу башнялары юҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ҡар башҡа йылдар менән сағыштырғанда күберәк, әммә үтә ҙур ҡурҡыныс тыуҙырмай. Әгәр артабан да һауа торошо әлеге ише торһа, йәғни ҡапыл ныҡ итеп йылытмаһа, ҡар яйлап ирейәсәк һәм һыу баҫыу хәүефе булмаясаҡ. Температура ҡапыл күтәрелеп, ҡар бер нисә көн эсендә иреһә, ҡар һыуҙары туңған ергә һеңмәй, ташҡын булып йәйелә.
Ауыл һәм ҡасабаларҙы һыу баҫыу хәүефенән аралау өсөн ҡотҡарыусылар йылғаларҙа боҙ шартлатыу эштәрен башҡара. Бының өсөн боҙҙа бер метр самаһы тәрәнлегендәге уйымдар яһап, шуларға тротил зарядтары һалалар. Ғәҙәттә, был эште боҙ ныҡ ҡалын булған йәки йылғаның ҡапыл тарайған, бөгөлгән урындарында башҡаралар. Кире осраҡта боҙ тығылып, ташҡын тыуҙырыуы ихтимал, шулай уҡ бындай осраҡта күперҙәр ныҡ ҡына зыян күрә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡортостанда ташҡынды автоматик тикшереү системаһы булдырылған. Ул башлыса һауа торошон күҙаллаусы, анализлаусы һәм статистика алып барыусы белгестәргә тәғәйенләнгән, әммә уның менән ирекле рәүештә һәм бушлай һәр кем ҡуллана ала. Күп һанлы гидропостарҙағы һыу кимәлен ҡарарға, үткән көндәрҙәге кимәл менән сағыштырырға, онлайн-камералар төшөргән видеолар һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. Телефондың камераһын йәки сканерҙы куар-кодҡа тоҫҡаһағыҙ, кәрәкле сайтҡа эләгерһегеҙ.
Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
Һыу кимәле нисек үлсәнә
Һыу кимәле сантиметрҙарҙа үлсәнә, ә абсолют нуль булараҡ Кронштадтағы футшток урынлаштырылған нөктә алына. Футшток – ул йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм диңгеҙҙәрҙә һыуҙың тәрәнлеген һәм тулҡын кимәлен билдәләгән ҡорамал. «Кронштадт футштогы» бөтә элекке Советтар Союзы биләмәһендә иҫәп нөктәһе булып хеҙмәт итә.
!!! Ниндәй генә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа ла, «112» телефонына шылтыратығыҙ.

ТАШҠЫН ҺӘМ ҺЫУ БАҪЫУ ОСРАҒЫНДА ҮҘЕҢДЕ НИСЕК ТОТОРҒА
ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛ ТУРАҺЫНДА ХӘБӘР АЛҺАҒЫҘ
Телевизорҙы, радионы тоҡандырып, ғәҙәттән тыш хәл һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәттәрҙе тыңлағыҙ
Ғәҙәттән тыш хәл тураһында күршеләрегеҙгә хәбәр итегеҙ, инвалидтарға, балаларға һәм оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтегеҙ
Тәҙрә һәм ишектәрҙе ябығыҙ, кәрәк тип һанаһағыҙ, аҫҡы ҡаттың ишек һәм тәҙрәләрен ҡаҙаҡлағыҙ
Ихаталағы һыу ағыҙып алып китеү ихтималлығы янаған әйберҙәрҙе нығытып беркетегеҙ
Ҡиммәтле әйберҙәрҙе өҫкө ҡатҡа йәки сарҙаҡҡа мендерегеҙ
Һыу, газ, электр утын һәм мейестәге утты һүндерегеҙ
Йорт хайуандарын һәм мал-тыуарҙы сығарығыҙ, мөмкин булһа, ҡалҡыу урынға ҡыуығыҙ
Кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе, дарыу, документтарығыҙҙы йыйығыҙ һәм эвакуация пунктына барығыҙ
ЯРАМАЙ!
Ағас, бағана, емерек ҡоролмалар башына менмәгеҙ, уларҙы ташҡын ағыҙып алып китеүе ихтимал
Ташҡын аҫтында ҡалған юлда машина менән йөрөмәгеҙ
Әгәр һыу эсендә машинағыҙ һүнһә, уны ҡалдырыу хәйерле
ҺЫУ ҮТМӘГӘН ПАКЕТҠА ҺАЛЫП ҠУЙЫҒЫҘ
Бер ҡат өҫ һәм аяҡ кейеме, түшәк кәрәк-ярағы
Йыуыныу әйберҙәре
Документтар
Аҡса
Медикаменттар
Өс көнгә етерлек һыу запасы
Өс көнгә етерлек аҙыҡ запасы

ҺЫУ ҠАЙТҠАНДАН ҺУҢ:
Өҙөлөп, һәленеп торған электр сымдарынан һаҡланығыҙ
Һыу тейгән аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ
Һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған ҡоҙоҡтағы һыуҙы ҡулланмағыҙ

Башҡортостанда ташҡын тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре тураһында
Башҡортостанда ташҡын тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре тураһында
Автор:
Читайте нас: