Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
19 Апреля 2022, 09:46

Ауыҙығыҙҙан өҙмәгеҙ

Үлән ҡалҡа башланы, малдар, ер еҫен тойоп, нимә эшләргә белмәй, яланға талпына. 

Ауыҙығыҙҙан өҙмәгеҙ
Ауыҙығыҙҙан өҙмәгеҙ

Халыҡ та уларҙы биктә тотаһы килмәй (иректең нимә икәнен улар ҙа яҡшы белә) - ҡырға ҡыуа. Көтөүҙәр әле бөтә ерҙә ойошторолмаған, шуға полиция мал хужаларын киҫәтә. Былтыр малдар ситкә осто - 3 урлау осрағы теркәлде. Билдәле, уғрылар тотолманы. Барлыҡ ҡыуып алып кителгән малҡайҙар иректә, үҙаллы йөрөгән булған.

Быйыл да һыйыр-ат-кәзә-һарыҡ ҡараҡтары йоҡлап ятмаясаҡ - шуға малдарҙы ҡарауһыҙ иреккә ебәрмәгеҙ. Һыйырлы - һыйлы тиҙәр, ошо һыйҙы, ваймһыҙлыҡ арҡаһында, ауыҙығыҙҙан өҙмәгеҙ.    
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: