Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
2 Декабря 2022, 16:00

Эш светофорҙа ғына түгел

Бабай урамы буйлап Ермолайға китеп барғанда Магнит магазины яғына туҡтамай борол тип күрһәткән светофор тамғаһын алып ташларға тинеләр. 

Эш светофорҙа ғына түгел
Эш светофорҙа ғына түгел

Эш светофорҙа ғынамы икән, алабарман йөрөгәне теләһә ниндәй ерҙә лә үҙенә бәлә табыр. Бына бөгөн Машина төҙөүселәр урамынан Бабайға төшөп килгәндә лә, һис ҡаза булыр тип уйламаған ер, бер ҡараһаң, машиналарын сөкәләштереп ултыралар.
ГИБДД, шуны ғына көтөп торғанмы ни, килеп тә етте. Бына хәҙер тор сатлама һыуыҡта, ҡағыҙҙар тултыр, әрләш. Ваҡытыңды әрәм ит, аҙағыраҡ, бәлки, аҡса менән хушлаш.
Барығыҙға ла хәйерле ялдар һәм юлдар!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: