Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
9 Февраля 2023, 16:01

Ярлы булһаң, рәхәт икән

Әллә беҙҙе бөтөнләй алйотҡа һанайҙар? 

Бөгөн эштә һин дә мин эшләп ултырһаҡ, шылтырау яңғыраны.
- Һеҙҙең әсәйегеҙ шундай-шундай енәйәт эше буйынса свидетель булараҡ килмәне. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатабыҙ. Беглов Алексей эше ҡарала ине, ә ул килмәне, бөттө былай булғас. Һеҙҙең исемегеҙ нисек?
- Рәшиҙә Салауатовна, - башҡа нимә килә шуны теҙәбеҙ, бер тапҡыр, ошолай шылтыратып, төп башына ултырмаҡсы булғайнылар, ул саҡта, ысынлап та, ҡот киткәйне.
- Рәшиҙә Салаватовна, һеҙ банк счетығыҙҙы тикшереп тораһығыҙмы?
- Эйе.
- Унда яҡынса күпме аҡса бар?
- Миллион һумға яҡын,- бындай аҡсаны күргән юҡ, булғас күп булһын, тегеләрҙең дә күңеле булһын, беҙҙең дә. 
- Улайһа, мин һеҙҙе банк хеҙмәтҡәре менән тоташтырам. 
Әңгәмәгә ир кеше ҡушылды. Уныһы ла бик эшлекле һөйләшә, оҫта. 
- Банк йыраҡмы һеҙҙән.
- Юл аша ғына.
- Тимәк, хәҙер банкка бараһығыҙ....
Ҡыҫҡаһы, ярты сәғәттән ашыу дауам итте был оказия. Тегеләр тәүҙә ныҡ шатланһа (бының аҡсаһы мул), аҙаҡ күңелдәре төштө. Алдай алманылар. Беҙ ҙә шатландыҡ, алйотландырып, алдай алһалар ҙа, ярлы булыуҙың бер һәйбәт яғы бар - талай алмайҙар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: