Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
23 Февраля 2023, 13:23

Урамдарҙа буран, йәндәремдә буран

Бурандарҙа йөрөйөм аҙашып. 

Урамдарҙа буран, йәндәремдә буран
Урамдарҙа буран, йәндәремдә буран
Яңғыҙлыҡтан тағын өҙгәләнә йәнем, 
Аҙашаһы ине парлашып. 
Буран тип, йылы өйҙә, ышыҡта ғына йырлап ултырыуы яҡшы. Дөрөҫөндә, бындай мәлдә тышҡа сығаһы, унан бигерәк, аҙашаһы килмәй. Хатта парлашып та.
Фото ебәрҙеләр. Ауылға саҡ ҡайтып ауҙыҡ тип яҙалар. Ярар әле, имен-һау ҡайтып еткәндәр. Юлдарға сыҡмағыҙ, аҙашмағыҙ. Өйҙә байрам итеп, йырлап ҡына ултырыу хәйерлерәк. 
Автор:
Читайте нас: