Все новости
АБАЙ БУЛЫҒЫҘ!
9 Февраля , 16:50

Аптырап ултырмайҙар

Кемдәрҙе генә пленға алманы быйылғы ҡар, бурандар.

Аптырап ултырмайҙар
Аптырап ултырмайҙар

Тәүҙә Ялсыҡайҙарҙың юлы ябылып, дүрт көн ҡалаға барып етә алмай йонсонолар, унан Яманғолдар ҙа ҡарҙы йырып сыға алмай бер булды... Әле бына сират Зәктәргә еткән. Улар кисәнән бирле ҡар тотҡонона эләгеп, юлһыҙ ултыра икән.
Зәк-Ишмәт менән Таймаҫ араһындағы юлға ҡар ныҡлы тултырып һалған, уны хатта юлсылар йырып сыға алмаған. Зәктәрҙе тыуған төйәгенә алып китеп барған автобус пассажирҙарын алып барып еткерә алмай, кире боролған. Шуға ҡарамаҫтан, Зәктәр аптырап ултыра торғандарҙан түгел, уларҙың һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған фермерҙары бар. Әлеге мәсьәләне лә ул хәл итеп ҡарарға булған, Әнүәр Усманов үҙенең техникаһын ҡыҙҙырып юлды асып та йөрөй.

Автор:
Читайте нас: