Кисә районыбыҙ хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтселек буйынса идаралыҡ начальнигы Айбулат Вәкил улы Хажин төрлө шәхси һорауҙары, мөрәжәғәттәре менән халыҡты ҡабул итте. Барлығы биш кеше килде.
Тәүгеләрҙән булып үҙҙәренең һорауҙары менән Ермолаево балалар баҡсалары мөдирҙәре Зөлфирә Эйтерник менән Ольга Савинкова килгәйне. Уларҙы баҡсала өҫтәмә хеҙмәттәр үткәреү, электрон сират, матди-техник базаны заманса яңыртыу кеүек һорауҙар борсоно. 2-се һанлы Ермолаево мәктәбе директоры Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа осраған мәсьәләләр хаҡында әйтте, Айсыуаҡ балалар баҡсаһы базаһында 1-се класс асыу тураһында ла кәңәшләште. Фаина Тәржемәнова эшкә бәйле борсолоуын әйтһә, киләһе йылда 9-сы класты тамамлаусы баланың әсәһе Галина Подольская уҡыусылар бирәсәк ГИА тураһында ентекле һорашты.
Айбулат Хажинға бирелгән ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде, икенселәре артабан өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды. Һәр мөрәжәғәттең ентекле өйрәнеләсәген һәм уларға мотлаҡ яуап биреләсәген әйтте ул.
Аҙаҡ Айбулат Вәкил улы Ермолаеволағы “Батыр” балалар баҡсаһын да барып күрҙе.