Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
9 Октября 2018, 14:24

ТЫҢЛАНЫ, ЯҘЫП АЛДЫ

Үткән йома район хакимиәтендә БР Финанстар министры урынбаҫары Азамат Әбдүков көйөргәҙеләрҙе ҡыҙыҡһындырған, борсоған төрлө һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте.

Үткән йома район хакимиәтендә БР Финанстар министры урынбаҫары Азамат Әбдүков көйөргәҙеләрҙе ҡыҙыҡһындырған, борсоған төрлө һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Осрашыуға барлығы 9 кеше килде.


Район үҙәгендәге сәнғәт мәктәбе проблемаһы һәм “Йәшлек” мәҙәниәт йортон ремонтлау һорауы менән министр урынбаҫарына ошо мәҙәниәт усаҡтарының етәкселәре Анна Никитина менән Ирина Песецкая мөрәжәғәт итте. “Маҡсат ҡуйылған икән, ул һис шикһеҙ башҡарылырға тейеш. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, киләһе йыл башынан уҡ эштәр дауам ителәсәк”, - тине Азамат Рәмил улы.

Райондағы аутсорсинг үҙәге бухгалтерын аҡса мәсьәләһе борсоно. Ул балаларҙы ашатыу суммаһы аҙ, хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшеренеүҙе үтеү өсөн түләү ҡыйынлыҡтар тыуҙырғанын һөйләне. Өфө түрәһе: “Ата-әсәләрҙе төшкө ашҡа саҡырып шул суммалыҡ ашатып ҡарағыҙ, аҙ ғына суммаға балаларҙы тейешенсә ашатыу мөмкинлеге юҡлығын үҙҙәре аңлаһындар. Ә беҙ һеҙҙең һорауҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ”, - тине.

Мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимованы йыл аҙағында уҡытыусыларға эш хаҡы түләргә аҡса етмәү мәсьәләһе борсой икән. Ул ошо мәсьәләне күтәрҙе. Яңы Морапталдан йортона төкәтмә төҙөткән инәй өйөнә зәңгәр яғыулыҡ үтмәгәненә зарын белдерҙе. Ул яңы төкәтмәһенә газ һуҙыу өсөн аҡсалата ярҙам һорай. Балаларым ярҙам итерҙәр ине, ипотека түләйҙәр. 100 мең булһа ла бирегеҙ, ти әбей. “Ауылға, йә ихатаға ҡәҙәре булһа ла газ үткәреү буйынса берәй нәмә уйлап булыр ине, тик был хаҡта закон юҡ. Инәй, һинең кеүек кешеләр күп бит, һәр кемгә лә улай шәхси ярҙам итеп булмай, етмәһә, сметағыҙ ҙа юҡ. Аҡсаны ла күп һорайһың, өй эсенән төкәтмәгә сығарыу өсөн генә шул тиклем сумма китмәй бит”, - тине Өфө ҡунағы. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, был һорауҙы урында ҡарарбыҙ, тине.

Шәбағыштан бер инәйҙе йортона телефон үткәреү проблемаһы борсоно. Элемтә булмағас, интернет юҡ, ә балаларға ул ныҡ кәрәк икән.

Хакимиәттә эшләгән водителдәрҙе хеҙмәт хаҡының аҙ булыуы хафаландыра. Хатта командировка сығымдары ла 100 һум ғына. Шул сәбәпле сәфәргә барғанда ас ҡайтырға тура килә, тиҙәр улар. Азамат Рәмил улы уларҙы, быйылғы сентябрҙең 1-нән эш хаҡығыҙ артты, хеҙмәт хаҡығыҙҙы яңынан иҫәпләйәсәктәр, тип ҡыуандырҙы. “Көйөргәҙе” гәзите хәбәрсеһе лә эш хаҡының аҙ булыуына зарланды. Азамат Әбдүков бар һорауҙарҙы ла ентекле тыңлап, яҙып алды. Һәр береһенә ярҙам итергә тырышасағын әйтте.
Читайте нас: