Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
6 Ноября 2018, 13:21

ДЕПУТАТҠА КЕШЕ КҮП КИЛДЕ

2 ноябрҙә район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

2 ноябрҙә район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.


Депутатҡа һорауҙары, үҙҙәренең проблемалары буйынса 14 кеше яҙылғайны. Был һорауҙарҙың иң күбе, йәғни 4-әүһе, һуңғы ваҡытта күп кенә әсәйҙәрҙе борсоған алимент мәсьәләһенә ҡағылышлы ине. Белеүегеҙсә, хәҙер алимент түләүҙән ҡасып йөрөүсе кәкүк атайҙар менән донъя тулды. Был проблеманы нисек тә хәл итергә белмәй аптырағандар ошо өлкәлә ҙур тәжрибәһе булған Зариф Байғусҡаровтан ярҙам һорап килгәндәр. Кемдер Себерҙә ҙур аҡса эшләп тә, балаларына алимент түләмәй, кемдеңдер миллион ярым бурысы йыйылған. Ошо һәм башҡа проблемаларҙы тыңлағас, Зариф Закир улы ҡайһы бер һорауҙарҙы телефон аша шунда уҡ хәл итте, ҡайһыларын хәл итер өсөн район суд приставтарына ҡушты.

Керәүле-Илюшкин ауылы халҡын пай ерҙәре мәсьәләһе борсой икән. Улар был көндө ошо проблеманы асыҡлар өсөн күмәкләшеп килеп еткәндәр. Иҫке Отрада ауылында йәшәүсе күршеләр ер участогын бүлешә алмай аптырай икән. Бер күрше икенсеһенең ерен законһыҙ рәүештә үҙләштергән. «Еремде алдылар, шул проблеманы хәл итергә ярҙам итегеҙ инде, зинһар», - тип килгән ерһеҙ ҡалған күрше.

Кинйәабыҙҙа йәшәүсе бер бабай ейәнен эшкә урынлаштырырға ярҙам итеүҙәрен һораһа, Ермолаево ауылы халҡы Әлмөхәмәтов һәм Урман урамдарына асфальт юл һалырға кәрәклеге хаҡында белдерә һәм депутат был өлкәлә ниндәйҙер булһа ла ярҙам күрһәтеренә өмөтләнә.

Зариф Закир улы һәр һорауҙы ентекле тыңланы, яҙып алды һәм проблемаларҙың һәр береһен ентекле өйрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышасағы тураһында белдерҙе.
Читайте нас: