Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
13 Ноября 2018, 14:01

«БАР ӨМӨТӨМ ҺЕҘҘӘ...»

Кисә район хакимиәтендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) БР советы рәйесе Валерий Шәрипов граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итте.

Кисә район хакимиәтендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) БР советы рәйесе Валерий Шәрипов граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итте.


Ҡабул итеүгә барлығы өс кеше килде. Тәүгеләрҙән булып килгән ханым Ҡаҙағстандан бында йәшәргә ҡайтҡан туғанына 15 йыл инде Рәсәй гражданлығы ала алмауы тураһында зарлана. «Бер ҡайҙа ла эшләмәй, үҙе ауыр сирле, пенсия ла алмай. Үҙемдең пенсияма әллә нисәмә тапҡыр шул документ юллайбыҙ, тип Ҡаҙағстанға барып ҡайттыҡ. Йөрөмәгән ер ҡалманы. Документ булмағас, бальнисҡа ла һалмайҙар. Уға бөгөндән дауаланырға кәрәк», - ти инәй. Валерий Мөхәмәт улы уның аһ-зарын ентекле тыңлағандан һуң: «Бындай документты сөскөргәнсе генә эшләп булмай шул, ваҡыт кәрәк. Аңланым барыһын да, һөйләшербеҙ кәрәкле кешеләр менән, ярҙам итергә тырышырбыҙ», - тип яуапланы. «15 йыл көттөм инде, әтеү тағы 15 йыл көтөргәме ни инде хәҙер? Ауырыу көтөп тормай шул. Туғандарым бик бәләкәйҙән етем ҡалдылар. Хоҙайҙан да ярҙам һорайым, уныһы ла ярҙам итмәй. Бар өмөтөм һеҙҙә, ярҙам итерһегеҙ, тип ышанам» - тине өмөтөн өҙмәгән инәй.

Ҡабул итеүгә килгән икенсе оло йәштәге ир кеше Ырымбур өлкәһе Октябрьский районында 40 йыл буйы эшләгән һәм шунан уҡ 40 га пай ере алған. Шулай уҡ уның арендаға алған ерҙәре лә бар. «Ерҙәрем Ырымбур өлкәһе һәм Көйөргәҙе районы сигендә урынлашҡан. «Искра» хужалығы малдарын һыуға төшөргән саҡта, бесәнлегемде тапалай ҙа ҡуя. Әйтеп тә ҡараным, тыңламайҙар, хужалыҡ етәксеһе менән ҡасандыр дуҫ та инем. Хәҙер был «дуҫ» менән ни эшләргә?» - тигән тәүге һорауын бирҙе. «Прокуратураға яҙырға, закон буйынса эш итергә кәрәк», - тигән яуап бирҙе депутат. Шулай уҡ ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан Ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Красновҡа: «Һин дә минең дуҫ бит, һөйләшеп ҡара әле, бер ҙә генә судлашып йөрөгө килмәй бит», - тип өндәште. «Һөйләшеп ҡарармын да ул. Яҡшылыҡ менән аңламаһа, прокуратураға бармайынса булмаҫ инде», - тине Дмитрий Михайлович. «Икенсе проблемам да бар бит әле. Пай еремдән юл да үтә, газ да үтә. Ерҙең ул өлөшө өсөн бер кем, бер нәмә түләмәй», - ти бабай. Валерий Шәрипов: «Элекке замандар үтте шул. Элек, райком секретары булған саҡта, бер шылтыратыу етә торғайны. Хәҙер улай ғына хәл итеп булмай, барыһы ла закон аша. Яҙма рәүештә горгазға, юл хужалығына мөржәғәт итергә кәрәк», - тип яуапланы.

Иң һуңғыларҙан булып Дмитрий Краснов үҙенең һорауҙарын яуҙырҙы. «Бына Свобода ауылында ҡарттар йорто бар. Унда йәшәүсе ҡарттар пенсияһының 75%-ын биреп торалар. Кемдер 30 мең һум пенсия ала, ә кемдер 8 мең һум ғына. Бер үк урында йәшәйҙәр, бер үк нәмә ашайҙар, тик берәүһе 23 мең һумын бирә, икенсеһе 4-5 меңен. Ҡайҙа һуң ғәҙеллек? Икенсенән, социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға ярҙам итәләр. Бер үк эште эшләйҙәр ҙә, шуның өсөн бер пенсионерҙан аҡса алалар, икенсеһенән алмайҙар. Уның пенсияһы аҙыраҡ бит, шуға унан алмайбыҙ, тиҙәр. Тағы ла ғәҙелһеҙлек. Өсөнсөнән, һуғыш балаларына Ырымбур өлкәһендә аҙмы-күпме булһа ла аҡса бирәләр. Ә беҙҙә юҡ. Ырымбурҙар ғына һуғышҡан булып сығамы ни? Бик тә аяныслы хәл бит был. Нишләп шул турала уйламайҙар икән?» Уның һорауҙарына депутат: «Беҙҙә закондар шундай бит. Бына ғүмер буйы тракторсы булған пенсионер 8 мең һум пенсия ала, ә шул уҡ ваҡытта ғүмере буйы бер ҡайҙа ла эшләмәгән пенсионер, ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр менән шул тракторсынан күберәк пенсия алып ята. Иң беренсе закондарҙы үҙгәртергә кәрәк», - тигән яуап ҡайтарҙы.

Бына шундайыраҡ юҫыҡта һөйләшеү булды депутат менән. Закондарҙы үҙгәртер кәрәк тә ул, тик кем үҙгәртер һуң уларҙы?..
Читайте нас: