Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
19 Февраля 2019, 15:45

Ятып ҡалғансы, әйтеп ҡалдылар...

Район хакимиәтендә йома көндө ике депутат граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Район хакимиәтендә йома көндө ике депутат граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллинаға 7 һорау менән мөрәжәғәт иттеләр. Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова һәм мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова балалар баҡсаһына түләү мәсьәләһенә бәйле килеп сыҡҡан ҡытыршылыҡтар хаҡында һөйләне. Республика күрһәткестәре буйынса беҙҙең район балалар баҡсаһы өсөн иң аҙ түләгән төбәк, ә ысынбарлыҡта иһә ата-әсәләр күберәк түләй. Ошо мәсьәләне яйға һалырға кәрәк. Депутат, финансы булараҡ, ярҙам ҡулы һуҙасағы хаҡында әйтте.

Ермолаевоның 2-се мәктәбенә Айсыуаҡтағы балалар баҡсаһын ҡушҡандар. Мәктәп директоры Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова был балалар баҡсаһына капиталь ремонт кәрәклеге хаҡында белдерҙе. «Район хакимиәте ярҙамында ҡыйығын эшләнек. Хәҙер эс яғына ҙур ремонт талап ителә», - тине ул. Үҙебеҙ барып күрербеҙ, шунан уйларбыҙ, тигән яуап булды был һорауға.

Яңы Отрада ауылынан бер төркөм делегация килгән ине. Улар ауылдарына газ үткәреүҙәрен һорайҙар. «Алыҫ ара түгел, газды Иҫке Отраданан ғына һуҙырға кәрәк. Электр уты өсөн айына 5 мең һум түләйбеҙ. Бына беҙҙең арала 5-әр балалы әсәләр ҙә бар. Уларға бигерәк тә ҡыйын. Бер машина утын 7 мең һум тора. 3-шәр машина утын алырға тура килә. Газ үтһә, йәштәр ҙә, бәлки, ауылда ҡалған булыр ине. Ата-әсәләренең ошолай итеп ыҙалап йәшәгәндәрен күреп үҫкән балалар ауылдан ҡаса шул», - тип бик оҙаҡ үҙҙәренең аһ-зарҙарын һөйләнеләр. Яңы Отрадала йорттар һаны аҙ. Күптәре унда йәй көндәрендә генә йәшәй. Шуға күрә бында газ үткәреү проблемаһы әлегә асыҡ ҡала.

Шәхси эшҡыуар Альфред Әйүпов маршрут автобустарын йөрөтөү менән бәйле проблемаһы менән килһә, Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова Ивановка, Ҡансыра ауылдарына интернет кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Илкәнәйҙән Рим Рәхмәтуллин һәр ваҡыттағыса һаулыҡ һаҡлау проблемаларын күтәрҙе. Ялсыҡайҙан Мәзитовтар ғаиләһе пенсия менән бәйле бер нисә мәсьәләне хәл итеп булмаҫмы икән, тип килгәндәр. Депутат та, район хакимиәте башлығы ла уларға ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валерий Шәриповҡа килеүселәр аҙ булды. Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Юрий Тазетдинов хәрби госпиталгә һәм санаторийға эләгеүе ҡыйын булыуы хаҡында бәйән итте. Валерий Мөхәмәт улы шунда уҡ кәрәкле кешеләргә шылтыратып, госпиталдә дауаланыу проблемаһын хәл итеп, кәрәкле документтар әҙерләй башларға ҡушты. «Пенсиям 16 мең һум тирәһе. Әгәр 20-25 мең һум алһам, үҙем яйлап аҡса йыйып, санаторийға путевка алыр инем», - ти чернобылсе.

Район ветерандары ойошмаһының элекке рәйесе Алексей Тарасов менән хәҙерге етәксеһе Валерий Кирюшин һәр ҡабул иткән депутатҡа һөйләгән Кинйә Арыҫланов музейы һәм уҡытыусыларға комуналь хеҙмәттәр өсөн түләү проблемалары менән тағы килгән.

Депутаттар һәр һорауҙы ентекләп тыңланы. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал», - тигән мәҡәлгә ярашлы, барыһы ла үҙ проблемаларын әйтеп ҡалырға тырышты. Хәҙер был һорауҙарҙың ҡайһыныһы хәл ителерен көтөргә генә ҡала.
Читайте нас: