Үткән йома район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Барлығы алты кеше килде. Уларҙың һорауҙары төрлөсә ине.
Беренсе булып үҙ һорауы менән Кинйәбайҙан Рәфис Ғәббәсов керҙе. Уны башҡа күптәрҙе кеүек үк Керәүле яҡтарынан аҡбалсыҡ ташыуҙары борсой (был турала әллә күпме яҙҙыҡ).
- Балсыҡты ташыған ҙур машиналар юлдарҙы бөтөрә. Ике йыл элек асфальт һалғайнылар, хәҙер ул юл вис бөттө. Машина менән ҡурҡа-ҡурҡа яйлап ҡына йөрөр кәрәк, - тине ул. Зариф Закир улы проблеманы яҙма рәүештә яҙып бирергә ҡушты. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов был инвесторҙың халыҡҡа ярҙам итеп тороуы, һалым түләүе хаҡында әйтте.
- Һалымдарҙы ҡайҙа түләй, ауыл советынамы? – тип ҡыҙыҡһынды депутат.
- Әллә, беҙгә түгел, районғалыр, - тине ауыл советы башлығы.
- Һалымы ҡайҙа киткәнен дә белмәйһегеҙме? Иң мөһиме халыҡҡа файҙаһы тейергә тейеш был эштең. Балсыҡты ҡайҙа ташыйҙар һуң, ә юл райондыҡымы? – тип һорауҙарға күмде һәм был балсыҡ тураһында тәүгә ишетеүе хаҡында белдерҙе депутат. Был ҡойроҡло проблема хаҡында иртәгәһенә урынға барып, халыҡ менән осрашып һөйләшергә, ниндәйҙер уртаҡ фекергә килергә булдылар (был хаҡта гәзиттең 2-се битендә уҡығыҙ). Аҙаҡ Бөгөлсән мәктәбе директоры Айгөл Йосопова менән район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова керҙе. Уларҙы уҡыу йортона ремонт мәсьәләһе йөрөтә. 1968 йылда төҙөлгән мәктәптең ҡыйығынан һыу ағыуы, иҙәндәрен, тәҙрәләрен алмаштырырға, йылытыу системаһын да тәртипкә килтерергә кәрәклеген һәм бының өсөн 6 млн 400 мең һум аҡса кәрәк буласағы хаҡында һөйләп, төшөргән фотоларын алып килгәндәр.
- Беҙ был проблема хаҡында яҙылған хаттарҙы күп етәкселәргә ебәрҙек. Депутат С. Афонин килгәнендә лә был мәсьәләне контролгә алам, тип китте. Әммә, һаман алға китеш юҡ, - тине Ирина Ринат ҡыҙы. Был һорау буйынса депутат, мәғариф министрлығы менән һөйләшәсәкмен һәм ярҙам итергә тырышырмын, тип вәғәҙә бирҙе.
Айсыуаҡ ауылынан Олег Новиковты 16 фатирлы 2 ҡатлы йорт ҡыйығынан һыу үтеүе борсоно.
- Йорт иҫке түгел, әммә ҡыйығынан һыу үтеүе беҙҙе ялҡытты. Ремонтлау хаҡында күп тапҡыр ғариза яҙҙыҡ, килеп ремонтлайҙар, ләкин, эштәренең бер ҙә сифаты юҡ. Етмәһә, ел-дауыл ваҡытында шиферы осоп китте, шунда торған машина зыян күрҙе. Ярай әле машина ғына, ә балалар йөрөгән булһа, ни хәл итәһең? – тип борсолдо ул. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов был проблеманы тиҙ арала тикшерәсәктәре хаҡында әйтте. Артабанғы кергән ҡатынды иренең алимент түләмәүе борсоно.
- Ирем алимент түләмәй, күрше генә йәшәйбеҙ, балаға әйләнеп тә ҡарамай, айырылышҡас, клубҡа йөрөй башланы, кире егеткә әйләнде, - тине ул.
- Күрше генә йәшәгәс, уны күптән беләһегеҙҙер, бала саҡтан таныш булғас, уның алама кеше икәнен белмәнегеҙме ни? - тип Зариф Закир улы шунда уҡ кәрәкле урынға шылтыратып, мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Бәләкәй Муса халҡын Сәскә урамына үткәрелмәгән газ мәсьәләһе йөрөтә. Ауыл старостаһы Ирек Кәримов һәммәһе 600 мең һум аҡса кәрәк, ти. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева йәтим балаларға торлаҡ мәсьәләһе буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Зариф Байғусҡаровҡа бирелгән ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде, икенселәре артабан өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды. Халыҡты ҡабул итеү менән генә эше бөтмәне, ул партактив менән дә осрашты. Улар алдында башҡарылған эштәр хаҡында отчет бирҙе. Аҙаҡ депутатыбыҙ Ермолаевоның Дуҫлыҡ паркында ла булды. Унда “Ҡала мөхите” федераль программаһы буйынса төҙөкләндереү эше алып барыуҙы планлаштырҙылар.