Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
27 Августа 2019, 11:39

«Йәшәге килә. Нисек йәшәргә?»

Үткән йома районға һәм ҡалаға БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин килде. Эш сәфәрен Максим Забелин Көйөргәҙе районы граждандарын шәхси һорауҙар менән ҡабул итеүҙән башланы. Был көндө министрҙың ҡабул итеүенә 8 кеше яҙылғайны. Бында килеүселәрҙең һорауҙары күбеһенсә инвалидлыҡ юллау, бушлай дарыу алыу, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү проблемаларына ҡағылышлы ине.

Үткән йома районға һәм ҡалаға БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин килде.

Эш сәфәрен Максим Забелин Көйөргәҙе районы граждандарын шәхси һорауҙар менән ҡабул итеүҙән башланы. Был көндө министрҙың ҡабул итеүенә 8 кеше яҙылғайны. Бында килеүселәрҙең һорауҙары күбеһенсә инвалидлыҡ юллау, бушлай дарыу алыу, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү проблемаларына ҡағылышлы ине.

Ермолаевонан килгән ханым операциянан һуң аяғымдың ауыртыуы бер ҙә генә бөтмәй, күм-күк, шешеп китте, кемгә барып мөрәжәғәт итергә лә нимә генә эшләргә, тип аптырап килгән. Тағы бер ҡатын: «Биш операция үткәрҙем, дарыуҙар бушлай булһын ине», - тигән теләген белдерә. Дарыуһыҙ бер көн дә тора алмаған, барлыҡ эш хаҡы йәки пенсияһы дарыуға киткән бер нисә кеше инвалидлыҡ юллап булмай, шунлыҡтан дарыуҙар бушлай түгел, тип мөрәжәғәт иттеләр. Күмертауҙан килгән пенсионер ирҙең дә шундай уҡ проблема.

- Бына «Юшатыр» гәзитендә һеҙҙең районға килеүегеҙ, халыҡты ҡабул итеүегеҙ хаҡында уҡыным да, шунда уҡ шылтыратып яҙылып та ҡуйҙым. Миңә дарыуҙы бушлай алыр өсөн инвалидлыҡ кәрәк. Бер дарыуым ғына 5 мең һум тора. Шул дарыуһыҙ йәшәй алмайым, ай һайын алырға кәрәк. Унан башҡа ла әллә күпме дарыуҙары кәрәк әле. Ә минең пенсиям 14 мең һум ғына. Барлыҡ пенсиям дарыуға ғына китеп тора. Шул дарыуҙарҙы бушлай алыр өсөн инвалидлыҡ һорап барһам: «Һинең бит алмаларың алһыу ғына, ауырлығың 75 кг. Инвалидлыҡ алыр өсөн 25 кг булырға тейешһең», - тиҙәр. Минең бит йәшәге килә. Дарыуһыҙ йәшәп булмай. Нисек йәшәргә һуң, аҡса етмәй бит? - тип үҙ зарын теҙҙе ул.

- Инвалидлыҡ биреүҙең үҙ критерийҙары бар. Кемгә бирергә, кемгә бирмәҫкә медицина экспертизаһы хәл итә, минең теләк кенә етмәй шул. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең сир буйынса мәғлүмәттәрҙе Мәскәүгә ебәрәйек йәки үҙегеҙ Мәскәүгә барып тикшерелеп ҡайтығыҙ. Аҙаҡ хәл ителер, бәлки, операция эшләргә лә кәрәк булыр. Тикшерелеү бушлай, һеҙгә юл өсөн генә түләргә тура киләсәк - тип йыуатты уны Максим Забелин.

- Ярай улайһа, Мәскәүгә барыу өсөн, әҙләп булһа ла, аҡса йыя башлайым инде әтеү, - тип сығып китте ир.

Бер нисә кеше район табиптарына рәхмәт белдереп тә сыҡты. Шулай уҡ тиҙ ярҙам машинаһының төндә йөрөмәүенә зарланыусылар ҙа булды. Һәр һорауҙы ентекле тыңлағас, министр ҡайһыларын шунда уҡ хәл итте, ҡайһыларын үҙенең шәхси контроленә алды. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға үҙенең үтенесен әйтеп ҡалды. Ул Яңы Таймаҫ һәм Зәк-Ишмәт ауылдарына модулле ФАП кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Ҡабул итеү тамамланғас, Максим Васильевич Ермолаево дауаханаһын ҡарап сыҡты. Артабан эш сәфәре Күмертауҙа дауам итте. Бында ул балалар поликлиникаһының ремонт барышы менән танышып, педиатрия бүлегендә ятҡан кескәйҙәрҙең хәлен белешкәс, медицина хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә уҙғарҙы.
Читайте нас: