Все новости
ҠАБУЛ ИТЕҮҘӘР
21 Января 2020, 11:55

«Бер көнлөк эш»

Кисә Свободала шулай уҡ халыҡты ҡабул итеү ойшторолдо. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Әминевҡа был көндө 9 һорау менән мөрәжәғәт иттеләр.

Кисә Свободала шулай уҡ халыҡты ҡабул итеү ойшторолдо. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Әминевҡа был көндө 9 һорау менән мөрәжәғәт иттеләр.
Ҡабул итеүгә иң тәүге инеүсе улының осоусы булырға хыялланыуы хаҡында белдерҙе. Ошо мәсьәлә буйынса ярҙам итә, маҡсатлы йүнәлтмә бирә алмайһығыҙмы, тип белешергә килгән ул. Был һорау район хужаларын ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы, әлбиттә. «Әгәр хәрби осоусы булырға теләһә, мотлаҡ военкомат аша барырға тура киләсәк. Хәрби булырға теләмәгән осраҡты уйларбыҙ, кәңәшләшербеҙ», - тигән яуап булды.
Свобода ауылының Урау юл урамында йәшәүсе: «Беҙҙең урамда 3 кенә йорт. 23 йыл буйы йәшәйем шунда һәм ғүмер буйы һыуһыҙ интегәбеҙ. Ҡыш көндәре бөтөнләй һыу килмәй. Беҙгә трактор менән ярҙам итегеҙ әле. Торбаларын үҙебеҙ һатып алабыҙ», - тип мөрәжәғәт итте. «Бер көнлөк эш инде был. Хәл итерлек мәсьәлә, ярҙам итәсәкбеҙ, әлбиттә», - тип яуап бирҙеләр урынбаҫарҙар.
Һәр саҡ үҙенең ауылы өсөн янып йөрөүсе Түкән старостаһы Лена Мырҙағолова ла килеп еткән ҡабул итеүгә. Ул ауылдарында клубтың эшләмәүенә, балалар баҡсаһы, магазин булмауына зарлана. Клуб эшләр ине лә, эшләргә кешеһе юҡ, мөдир табып булмай, тигән яуап алды ул. Башҡа һорауҙар буйынса ла уйларға вәғәҙә иттеләр.
Кинйәабыҙ старостаһы Рәмзиә Ғиләжева ауылға асфальт кәрәк, автобус йөрөтһөндәр ине тигән теләген белдерә. Асфальт юл буйынса хәл итергә тырышасаҡтарын, ә автобус мәсьәләһе хәл ителгән, тик Тимербайҙа йәшәүсе водитель кәрәк булыуы тураһында билдәле булды. Ришат Йомағолов Кинйәабыҙға фельдшер кәрәк, ти. Нәүғәт Кәлимулла улы: «Райондың 8 ауылына бөгөнгө көндән фельдшер талап ителә, әммә ҡайҙан алырға икән ул фельдшерҙарҙы?! Ауылға килергә теләк белдереүсе юҡ бит», - тип яуап бирҙе.
Иретеп-йәбештереүсе эше һорап килеүсегә үҙ эшен асып ебәрергә, субсидия алырға ярҙам итәсәктәре хаҡында аңлаттылар.
Свобода мәктәбе директоры Гүзәл Әкбәрова мәктәпкә капиталь ремонт талап ителеүе һәм беҙгә янғын һүндереүселәрҙең талаптарын нисек үтәргә икән, тип килгән. Бының өсөн уларҙың сметаһы әллә ҡасан әҙер ҙә икән. Хәҙер уларға барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығарыр өсөн ошо документтарҙы экспертизаға ебәреп, берәй программа аша аҡса алырға ғына ҡала.
Читайте нас: